Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2018, 14:30

«Һәр кемдең үҙ әсәһе иң гүзәле»

Әсәйҙәр көнө — әсәләргә, өләсәйҙәргә иғтибар бүлеү, уларға кәрәк булған йылылыҡ менән тәьмин итеү өсөн бына тигән мөмкинлек.

Йыл һайын был көнгә бағышланған саралар үткәреү Бишбүләк ауылының «Йылмайыу» балалар баҡсаһында матур традицияға әүерелде. Беҙҙә лә барлыҡ йәш төркөмдәрендә тәрбиәләнеүселәрҙе hәм педагогтарҙы хөрмәтләү маҡсатында төрлө күркәм саралар уҙғарылды. Балалар тәрбиәселәр һәм музыка етәкселәре менән бергә әсәйҙәр тураһында шиғырҙар hәм йырҙар өйрәнде, ҡыҙыҡлы тематик әңгәмәләр үткәрҙе, әсәйҙәр тураһында әкиәттәр, хикәйәләр уҡыны, фотогәзиттәр, әсәйҙәргә бүләктәр әҙерләне, портреттар яһаны. Байрамға «Яратҡан әсәйҙәребеҙ!» тигән стена гәзиттәре сығарылды. Байрам театралләштерелгән тамаша рәүешендә үткәрелде: «Тауыҡ hәм себештәр» (кесе төркөм), «Ҡыҙыҡлы себеш» (урта төркөм), «Тегеүсе Ҡуян» hәм «Ишәк балаһы нисек бәхет эҙләгән» (өлкән төркөмдәр).

Әсәйҙәр hәм өләсәйҙәр бик күп уңай эмоциялар алды: улар күҙ йәштәрен hәм шатлыҡтарын саҡ тыйып торҙо. Балалар яһаған ҡотлау бүләктәрен тапшырыу тулҡынландырғыс миҙгел булды. Бындай байрамдар өлкән hәм үҫеп килеүсе быуынды берләштерә, ысын, изгелекле hәм яратҡан кешеләрҙе — илебеҙ граждандарын тәрбиәләй.

Ирина Васильева,

Бишбүләк аулының «Йылмайыу» балалар баҡсаһы музыка етәксеһе.

Автор фотоһы.
Читайте нас: