Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2018, 17:51

Йәш армия бейеклектәр яулай

«Батырлыҡ» хәрби-патриотик клубы һигеҙ йыл патриоттар тәрбиәләй

2011 йылда Ҡушйылға урта мәктәбе базаһында «Батырлыҡ» хәрби-патриотик клубы ойошторолдо. Клубта 10 йәштән 18 йәшкәсә 35 бала шөғөлләнә, шуларҙың һигеҙе - ҡыҙҙар. Ғәҙәттә, был күп балалы ғаилә балалары, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә тороусы балалар. «Вектор» йәштәр үҙәге клубы тәрбиәләнеүселәре өсөн «Йәш армия» формаһын һатып алды. Клуб менән шөғөлләнеүҙе ойоштороу өсөн спорт майҙансығы, хоккей тартмаһы hәм уҡыу класы бар. Клуб тәрбиәләнеүселәре Калашников автоматын һүтеп-йыйыу, пневматик винтовканан атыу, тактик хәрәкәттәргә, скайраннингка (тауға тиҙ арала йүгереп менеү), ҡаяға менеү, саф әҙерләү эшенә өйрәнәләр, парашют менән һикерәләр.

Йыл һайын «Ажаған» хәрби-патриотик уйыны үткәрелә. Клубта тәрбиәләнеүселәр араһынан үҙ хоккей командаһы төҙөлдө, ул hәләк булған Афған һуғышы ветераны Владимир Яковлев исемен йөрөтә. Беҙҙең команда йыл һайын спорттың төрлө төрҙәре буйынса район ярыштарында ҡатнаша hәм призлы урындар ала.

Клуб тәрбиәләнеүселәре спорт hәм хәрби эш менән генә шөғөлләнеп ҡалмайынса, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға hәм өлкән йәштәге кешеләргә лә ярҙам итә. 2013 йылда клуб тәрбиәләнеүселәре ауылдаштары, район хакимиәте hәм Ҡушйылға ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте ярҙамы менән Вишневка ауылы янындағы шишмәне төҙөкләндерҙе. Тыумышы менән ошо ауылдан булған Владимир Яковлев Афғанстанда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған. Хәҙер шишмә уның исемен йөрөтә. «Батырлыҡ» клубы тәрбиәләнеүселәре шишмәне тәртиптә тота, һуғышсының туғандары менән аралаша.

Беҙҙең тәрбиәләнеүселәр йыл һайын республика ярыштарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 2017 йылдан бирле беҙ Салауат районында хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған һуғышсылар иҫтәлегенә бағышланған спорт фестивалендә ҡатнашабыҙ. Фестивалдең чемпиондары Анастасия Иванова, Данил Марков, Андрей Петров, Ринат Персиянов булды.

Хәрби-патриотик клубтар араһында фестиваль Өфө ҡалаһында йыйылыу пунктында уҙа. Был ярыштар иң ҡатлаулыһы, егеттәр 12 төр бәйгелә ҡатнаша. Улар винтовканан яҡшы атырға, автоматты һүтеп-йыйырға, һуғыш алып барыу тактикаһын hәм химик һаҡланыу алымдарын белергә тейеш. Бында шулай уҡ турникта күтәрелеү, гер күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү, 1000 hәм 100 метрға йүгереү, визиткалар конкурсы, патриотик йырҙар, саф әҙерлеге, тантаналы марш hәм йыр менән йөрөү, викторина, хәрби бит сығарыу керә.

Хәҙерге ваҡытта «Батырлыҡ» хәрби-патриотик клубын тамамлаусылар Иҙел Ғәзизов (Свердловск өлкәһе, спецназ) hәм Владислав Гурьянов (Өфө ҡалаһы, Росгвардия) Рәсәй армияһында контракт буйынса хеҙмәт итә, ә Андрей Никифоров Мәскәү ҡалаһында Росгвардияла сроклы хеҙмәт уҙа. Антон Павлов Санкт-Петербург ҡалаһында А.Ф.Можайский исемендәге Хәрби-космик академияла уҡый. Беҙҙең егеттәр хеҙмәт иткән ерҙән ата-әсәләре адресына йыш ҡына рәхмәт хаттары килә. Йыл аҙағында йомғаҡлау республика лагерында ҡатнашырға ниәтләйбеҙ.

Николай ПЕТРОВ,

«Батырлыҡ» хәрби-патриотик клубы етәксеһе.

Фото шәхси архивтан
Читайте нас: