Дим буйҙары
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2018, 18:03

Янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор

Башҡортостанда бөтә ғаиләләргә балаһы тыуғанда янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар бирелә.

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйған. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Быға тиклем янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙарҙы ишле һәм социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр генә ала ине. 2018 йылдың 1 ғинуарынан балаһы тыуған һәр ғаилә ошо ҡоролма менән тәьмин ителә.

2016 йылдың яҙында 12 баланың ғүмерен өҙгән янғындарҙан һуң Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә социаль яҡтан хәүефле хәлдә булған ишле ғаиләләрҙең йорттарында янғын хаҡында иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйырға ҡушты. Бөрө районының Үгеҙ ауылында сыҡҡан янғында дүрт өлкән кеше һәм биш бала һәләк булғас, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең йорттарында һәм фатирҙарында янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйырға тигән бойороҡ бирелде.