Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2018, 15:15

Законһыҙ пассажирҙар ташыу бөтөрөлдө

Рөхсәтһеҙ эш иткән йүнселдәр Өфөнөң йәмәғәт транспорты баҙарынан ситләтелде.

Ике ай эсендә автобустарҙы йөрөтөүселәргә уларҙың техник торошо өсөн – 2855, маршрут карталары юҡлыҡҡа 95 протокол төҙөлгән, 73 транспорт берәмегенә арест һалынған.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов бөгөн баш ҡалала 102 муниципаль маршрут ҡалғанын белдерҙе. “Ҡала маршруттарына бөтәһе 2550 транспорт берәмеге сыға, уларҙың 310-ы – “Башавтотранс” автобустары, 190-ы – трамвайҙар һәм троллейбустар, 2050-һе – шәхси автобустар. Яңы 13 маршрут барлыҡҡа килде, 50-һе пассажирҙар мәнфәғәтендә үҙгәртелде”, – тине ул.

Бөтә был үҙгәрештәр пассажирҙар ташыу баҙарының эшен һөҙөмтәле итеп ҡорорға булышлыҡ итәсәк. Иң мөһиме – кешеләр хәүефһеҙлеге һәм уңайлығы.
Читайте нас: