Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Декабрь 2018, 22:35

Ҡыш ҡапҡаһы

Декабрь айына халыҡ һынамыштары.

7 декабрь - сана байрамы. Был көндә егелгән санала ат сабыштары уҙғарыла.
12 декабрь буран башланып, ҡар яуһа, ул 19 декабргә тиклем дауам итә.
14 декабрь - ошо көнгә бөтә булған эш башҡарылған, юлдар бар, мал-тыуар - йылы ҡурала.
17 декабрь төнөн йондоҙҙар асыҡ һәм йымылдап күренһә, йылыта.
19 декабрь ҡышты, нисек кенә булмаһын, һәйбәт килә тип маҡтарға кәрәк, сөнки, ысынлап та, декабрҙең өсөнсө ун көнлөгө һалҡын һәм ҡарлы икән, киләһе йылы осор (апрель-октябрь) сағыштырмаса йылы, дымлы булыр.
20 декабрь бәҫ төшкән көн. Был күренеш күберәк таулы ерҙәрҙә күҙәтелә, шул иҫәптән Уралда ла. Һырттарҙың өҫкө өлөшөндә үҫкән ағастар бәҫ менән мул ҡапланһа, уның февраль аҙағына тиклем һаҡланыуы ихтимал.
20 декабрь - иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн. Ҡыштың һыуыҡҡа, йылдың йәйгә боролоуы ошо көндән башлана. Йәнлектәр өсөн иң ауыр мәл.
23 декабрь ҡояш боролошоноң тәүге көнө. Көн сәпсек һикереүе арауығына оҙая, ысынлап та, тәбиғәт йәнләнә башлай.
Декабрҙең егерме бишендә ағастарҙы бәҫ ҡунһа, ғинуар йылы була, көн һалҡын торһа. киреһенсә, һыуыҡ килә.
Декабрҙең утыҙ берендә төндә йондоҙҙар йыш күренһә, иген уңыр; шулай уҡ бәҫ булһа ла, иген уңыр.
Ябалаҡ ҡар яуһа, унан һуң һауа йылы, еүеш булыр.
Әгәр ҡар ваҡ ҡына бөртөклө, һирәк кенә төшкөләһә, бик оҙаҡ һыуыҡ булыр.
Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була.
- Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр.

- Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.

- Ҡыш көнө болот юлланып торһа, көн йылыта.

- Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал күп булыр.

- Урман елһеҙ шаулаһа, буран сығыр.

- Ҡыш көнө тоҙ еүешләнһә, ҡар яуыр.

- Төндә бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай.

- Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа, һыуыҡҡа.

- Бүрәнә шартлаһа, көн һыуытыр.
Читайте нас: