Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2018, 13:46

Ҡанаттар талмаһын

Өсөнсө декабрҙә барыбыҙ өсөн дә әһәмиәтле көн - яҙмыш һынауҙарына бирешмәйенсә, тормошта үҙ урындарын тапҡан һәм уны ысын күңелдән яратҡан көслө рухлы, маҡсатсан кешеләребеҙ – Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләп үтелә.

Бөгөнгө көндә беҙҙең күбебеҙ Инвалидтар көнө кеүек ваҡиға тураһында яҡшы белә. Рәсәйҙә, күп кенә башҡа илдәрҙәге кеүек үк, ул 3 декабрҙә билдәләп үтелә. Әлеге ҡарар БМО Генераль ассамблеяһы тарафынан инвалидлыҡтан яфа күреүсе кешеләргә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙә ярҙамды арттырыу

маҡсатында ҡабул ителде. Был көн шаҡтай ауыр йәшәүсе кешеләр өсөн уларға ярҙам итеү, уларҙың йәмғиәт тормошонда тулы ҡиммәтле һәм тулы хоҡуҡлы ҡатнашыуҙарын тәэмин итеү өсөн махсус ойошторола. Рәсәйҙә Инвалидтар көнө тағын мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормош дәрәҗәһен яҡшыртыу юлдарын да күҙҙә тота. Бөтә донъя инвалидтар көнө улар тураһында йәшәп килеүсе фекерҙе

үҙгәртергә мөмкинлек бирә.Әлбиттә, ҡыҙғаныс, күптәр уларҙы хәҙерге заман тормошона һәләтһеҙ тип иҫпләй. Ул дөйөм ҡабул ителгән стереотиптарҙы емерә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итә, уларҙың йәшәү шарттарын яйға һалырға ярҙам итә. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр Конституция буйынса илдең барлыҡ граждандары кеүек үк тигеҙ хоҡуҡтарға эйә.
Читайте нас: