Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2018, 15:41

Һәләт һәм матурлыҡ конкурсы

Сыуаш халҡын «Мисс INTERNATIONAL UFA» республика этник матурлыҡ hәм һәләт конкурсының финалында тәҡдим иткән Екатерина Емельянова «Дуҫлыҡ миссы» номинацияһында бүләкләнде

Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында Бишбүләк ауылынан Екатерина Емельянова республиканың төрлө райондарынан ғына түгел, дoнъяның төрлө мөйөштәренән килгән 12 конкурсант менән үҙ-ара көс һынашты.

Сәхнәгә үҙ халҡының барлыҡ этник матурлығын hәм уникаллеген күрһәтергә адыгей, башҡорт, грузин, удмурт, сыуаш, рус, татар ҡыҙҙары, шулай уҡ Тажикстан, Ҡаҙағстан, Нигерия, Мисыр hәм Һиндостандан килгән ҡыҙҙар сыҡты. Визиткалар бәйгеһендә ҡыҙҙар үҙҙәре hәм үҙ халҡы тураһында һөйләне. Екатерина үҙе тураһында, сыуаштар тураһында һөйләне hәм уның тыуған яғы байбаҡтар hәм саф шишмәләр яғы Бишбүләк районынан булыуын билдәләп үтeргә онотманы.

Ижади бәйгелә ҡыҙҙар үҙ талантын ғына түгел, ә халҡының рухын hәм характерын да күрһәтте. Адыгея йәки Грузия вәкилдәренең ялҡынлы бейеүҙәре, hинд яки тажик ҡыҙҙарының тиҙ, күңелле ритмлы бейеүҙәре, Нигерия ҡыҙының Африка халыҡтарының дәртле бейеүен башҡарыуы, удмурт, ҡаҙаҡ, сыуаш ҡыҙҙарының йола тамашалары hәм башҡаларҙың сәнғәт номерҙары тамашасыларҙы теге йәки был халыҡтың үҙенә генә хас мәҙәниәтенә тулыһынса йәлеп итте.

Екатерина ижади конкурста Өфө ҡалаһының «Нарспи» фольклор ансамбле ярҙамы менән сыуаш халҡы тормошонда ҙур hәм әhәмиәтле ваҡиғаларҙың береһен — туй йолаһын күрһәтте. Ҡыҙ үҙ тауышының бөтә матурлығын кeлeш илауында күрһәтте. Интеллектуаль конкурста ла беҙҙең гүзәлебеҙ көйәрмәндәр йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Дефиле конкурсында сыуаш халҡы вәкиле үҙенә килешеп торған ҡыҙыл күлдәк кейеп, нәфис йөрөшө менән сәхнә буйлап үтте.

Интрига — төп этник матурлыҡ hәм һәләт титулын кем алыр һуң — аҙаҡҡаса булды, сөнки әлеге кисәлә Конгрес-холл сәхнәһендә иң яҡшылары булды. Зифа буй-һын, аҡҡоштоҡолай ғорур йөрөш, күҙ яуын алырлыҡ сихри йылмайыу тел тейҙермәҫлек һәләт, мөләйемлелек hәм артистлыҡ — быларҙың барыһы ла еңеү өсөн Екатеринала тулыһынса бар ине. Әммә жюри урындарҙы башҡасараҡ бүлде. Икенсе вице-мисс тажына башҡорт ҡыҙы Нәркәс Аралбаева лайыҡ булды, беренсе вице-мисс грузия ҡыҙы Карина Ахвледиани булды, ә Гран-при hәм «Miss International Ufa-2018» исемен Тажикстан вәкиле Раъно Умурзакова алды.

Екатеринаның «INTERNATIONAL UFA-2018 миссы» кеүек сағыу һәм күп яҡлы конкурста ҡатнашыуы — беҙҙең районды бер нисә тапҡыр танытасаҡ киләсәк уңыштарға бер аҙым.

Ирина МИХАЙЛОВА.

Автор фотоһы
Читайте нас: