Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2018, 13:32

Райондың «халыҡ артистары» билдәләнде

28 ноябрҙә Бишбүләктә өлкән быуын кешеләренең «Халыҡ артисы» тигән район күләмендәге ижади конкурсы булып уҙҙы.

Был кисте мәңгелек йәшлек пьедесталына әүерелгән Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған тамаша булды. Шиғырҙар, йырҙар hәм бейеүҙәр, йога менән мауығыусыларҙың сығыштары hәм үҙешсән оҫталарҙың үҙҙәренең ижады тураһында хикәйәләре — былар барыһы ла күптән хаҡлы ялда булған кешеләр башҡарыуында. Артистар үҙҙәренең хисле, ҡайһы берҙә дәртле hәм илһамлы сығыштар менән залда шундай атмосфера тыуҙырҙы, унда йылдар зирәклеге hәм хәҙерге замандың һүрелмәҫ энергияһы, йәшлек ҡайтауазы hәм шаян тормош һөйөүсәнлеге гармониялы үрелеп барҙы.

Шул уңайҙан кисәнең һәр бер ҡунағы, ысын күңел күтәренкелеге алып, өлкән йәштә лә тирә-яҡтағыларға изгелек hәм шатлыҡ бүләк итеп, һәр яҡлап әүҙем, ижади hәм физик тормош алып барырға мөмкин икәнлеген тағы бер ҡат иҫбатланы.

— Беҙҙең район таланттарға бай. Улар араһында, әлбиттә, өлкән быуын кешеләре лә бар. Әммә барыһының да үҙе тураһында белдереү мөмкинлеге юҡ, — ти район мәҙәниәт комитеты рәйесе Елена Арефьева. — «Халыҡ артисы» конкурсы тағын бер майҙансыҡ булдырырға тейеш, унда беҙҙең хөрмәтле пенсионерҙар үҙҙәренең мауығыуҙары тураһында һөйләй, ижади һәләттәрен күрһәтә ала. Ә конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре хаҡлы ялға сыҡҡас та, кешенең хис-кисерештәр hәм ваҡиғаларға бай тормош алып барыуына өлгө булып тора. Был миҫал һәр яҡтан «йоғошло» булыр тип өмөтләнәм.

Елена Арефьева әйтеүенсә, «Халыҡ артисы»бәйгеһенең конкурсанттары, тамашасылар араһында ла популярлыҡ яулап, райондың мәҙәни тормошона тағы ла йән өрәсәк.

Олег ЛЕОНТЬЕВ
Читайте нас: