Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2018, 10:27

Башҡорт яҙыусыһы Мәрйәм Бураҡаеваның юбилей кисәһе

Был кистә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында ҡунаҡтарҙы ҡурай моңдары һәм милли эсемлегебеҙ буҙа менән ҡаршы алдылар. Байрамға Мәрйәм Бураҡаеваның ижадын хөрмәт итеүселәр йыйылды.

Мәрйәм Бураҡаева — яҙыусы, журналист, уҡытыусы, уҡыу ҡулланмалары, милли ризыҡтар етештергән «Шифа» бренды, башҡорт мәҙәниәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, милли традицияларҙа тәрбиәләү проекттары авторы. Фиҙакәр кеше, рәсми исемдәрҙән тыш — атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, төрлө әҙәби премиялар лауреаты — күптән инде «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» исеменә лайыҡ. Кисәлә яҙыусыға Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең шундай уҡ исемле миҙалы тапшырылды.

Юбилярҙы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғҡусҡаров, яҙыусы һәм ғалим, курсташы Рәшит Шәкүр, Ейәнсура районы башлығы Дәмин Юланов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтары вәкилдәре, «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, уҡыусылары ҡотланы.

«Кисәне «Йөрәгем ҡушҡанса» тип атаныҡ, сөнки мин һәр ваҡыт йөрәгем ҡушҡанса йәшәйем. «Урал батыр» эпосын тыуҙырған халҡыбыҙ бөйөк, тамырҙары тәрән һәм уның киләсәге булырға тейеш. Мәҙәниәтебеҙҙе, тәрбиәбеҙҙе һаҡларға бурыслыбыҙ. Минең «Тормош һабаҡтары»м шулай яҙылды. Баланы туған мөхитендә тәрбиәләргә кәрәк — «Йәйләү» проекты, «Башҡортостан ынйылары» конкурсы, «Шәжәрә байрамы» ошолай барлыҡҡа килде. Бер кем дә минән бының менән шөғөлләнеүемде һораманы, барыһын да йөрәгем ҡушҡанса эшләнем», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Мәрйәм Бураҡаева.

Алып барыусылар Сара Буранбаева менән Хөрмәтулла Үтәшев тамашасыларға яҙыусының тормошондағы һәм ижадындағы мөһим мәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө, ҙур экранда уның ғаилә альбомы менән таныштырҙы. Күп балалы Бураҡаевтар ғаиләһе Башҡортостандың мәҙәни йылъяҙмаһында үҙенсәлекле урынды биләй. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы иртә донъя ҡуйған ғалим-геолог Диҡҡәт Бураҡаев менән биш бала тәрбиәләп үҫтергән, бөтәһенә лә матур башҡорт исемдәрен ҡушҡан. Уларҙың һәр береһе ата-әсәһенән әҙәби һәләтте лә мираҫ итеп алған. Сценарист, яҙыусы, драматург, тәржемәсе Зөһрә Бураҡаева һәм кинорежиссер Таңсулпан Бураҡаева мәҙәни мөхиттә айырыуса киң билдәле.

«Йөрәгем ҡушҡанса» кисәһендә юбиляр хөрмәтенә йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, бейеүҙәр башҡарылды. Ҡатын-ҡыҙ шағирәләр башҡорт ҡатын-ҡыҙына — абруйлы йәмәғәт эшмәкәренә, байтаҡ проекттар авторына, ҡатынға һәм әсәгә гимн булып яңғыраған әҙәби композиция менән сығыш яһаны.
Читайте нас: