Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2018, 18:33

Изгелеккә hәм дуҫлыҡҡа өйрәнәләр

Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә бағышланған сара сиктәрендә Бишбүләк ауылының «Йылмайыу» балалар баҡсаһында балаларҙа изгелек, изгелекле эштәр, уларҙың кеше тормошонда әhәмиәте тураһында күҙаллау формалаштырыуға йүнәлтелгән саралар уҙҙы.

Барлыҡ йәш төкөмдәрендә тәрбиәселәр «Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө hәм беҙ барыбыҙ ҙа берҙәм», «Нимә ул изгелекле эштәр», һау-сәләмәт кешенең нисек инвалид була алыуы, үҙеңде хәүефле хәлдәрҙән нисек һаҡлай алыуы тураһында әңгәмә үткәрҙеләр. Ата-әсәләр (законлы вәкилдәр) өсөн мәғлүмәт мөйөшөндә Халыҡ-ара инвалидтар көнө тураһында консультация урынлаштырылды, буклеттар әҙерләнде.

Педагог-психолог Т.Г. Саватнеева hәм «Любознайки» өлкән төркөм тәрбиәсеһе И.Б. Горяинова ойошторған тамаша «Ишәк балаһы нисек бәхет эҙләгән» тип атала ине. Ваҡиға шул турала: нисек Ишәк балаһы hәм уның дуҫтары бергәләп бәхет эҙләгән, hәм ул hәр кемдең үҙенеке булып сыҡҡан. Әлеге әкиәт изгелеккә, яҡындарыңа ярҙам итeргә, дуҫлыҡҡа өйрәтә. Тамашала беҙҙең тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре лә ҡатнашты. Улар балалар менән бергә әкиәт ҡуйыу өсөн костюмдар hәм атрибуттар яһаны.

Һәр баланың үҙ роле бар ине, унда улар әкиәт геройына күсте. Yҙ геройҙары миҫалында ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, ҡыйыулыҡ hәм үҙ-үҙеңә ышанысһыҙлыҡ һәм ҡуйыуһыҙлыҡты еңeргә өйрәнде. Репетицияларҙа балалар уҡытыусы-логопед О.В. Метелева менән һүҙҙәрҙе теүәл hәм ҡысҡырып өйтергә өйрәнде. Әкиәттә музыкаль композициялар яңғыраны, «Күбәләк», «Айыу балалары» бейеүҙәре башҡарылды. Балалар «Бергә генә беҙ ҙур көс, айырылғыһыҙ, йөрәктәрҙә шатлыҡ һүрелмәһен өсөн — һин hәм мин йәнәшә!» тигән йыр башҡарҙы. Һәр геройға йыр-моң, бейеү йәһәтенән музыка етәксеһе И.В. Васильева ярҙам итте.

Татьяна Саватнеева,

Бишбүләк ауылы «Йылмайыу» балалар баҡсаһының педагог-психологы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: