Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2018, 19:15

Ыңғай һөҙөмтәләр өсөн бүләк

Район халҡы хәҙер «Минең документтарым» Күп функциялы үҙәктән башҡа тормошон күҙ алдына килтерә алмай

Өс йыл элек районда йәшәүселәр өсөн дәүләт hәм муниципаль хеҙмәттәр үҙәге асылыу яңылыҡ булды hәм улар әлеге ваҡиғаға бик һаҡ ҡарағайны, ләкин бер аҙҙан үҙәктең берҙәм тәҙрәһе принцибы буйынса эшләү өҫтөнлөгөн баһаланы.

Беренес йылдарҙа Күп функциялы үҙәк тарафынан 182 хеҙмәт күрһәтелгән, бөгөнгө көндә муниципаль, республика, федераль әhәмиәттәге 267 хеҙмәт күрһәтелә. Әгәр беренсе осорҙа мөрәжәғәт итеүселәр һаны аҙ булһа, был өс йыл эсендә Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәр һаны 48000 кешегә еткән.

Бүлек асылғанда, документтарҙы ҡабул итеү hәм биреү өсөн ни бары ике тәҙрә эшләгән. Лира Ниғмәтйәнова hәм Зоя Егорова ҡабул иткән. Күп функциялы үҙәк бүлексәһе менән идара итеүҙе Алексей Макаровҡа ышанып тапшырғандар. Дәүләт органдары менән алдағы эште hәм контролде Надежда Иванова тормошҡа ашырған . 2016 йылда документтарҙы ҡабул итеү hәм биреүҙең өсөнсө тәҙрәһе асылғас, коллективҡа Венера Борhанова килгән. Был ваҡыт эсендә барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙҙәрен квалификациялы, үҙ эштәрен яҡшы белеүсе белгестәр итеп күрһәткән.

2018 йылда халыҡты социаль яҡлау хеҙмәте ҡыҫҡартылыу hәм уның функцияларын Күп функциялы үҙәктәргә өлөшсә тапшырыу менән бәйле рәүештә документтар ҡабул итеү-биреү өсөн өҫтәмә тәҙрәләр асылған. Документтарҙы белгестәр Елена Горяинова, Марина Кузьмина, Айгөл Зыязетдинова, Наталия Емельянова ҡабул итә.

Бишбүләк ауылындағы Күп функциялы үҙәк республика дәүләт автоном учреждениеһы коллективының бар эше халыҡҡа уңайлылыҡ тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Уның хеҙмәтенән күрше райондар hәм ҡалалар халҡы ла файҙалана. Фекерҙәр һәм тәҡдимдәр китабында бүлек эшсәнлегенең өс йыл эсендә 30-ҙан ашыу ыңғай баһалама йыйылған. Шулай уҡ «Һеҙҙең контроль» сайты мәғлүмәттәре буйынса граждандарға күрһәтелә торған хеҙмәттәрҙең сифатын юғары баһалай.

Барлыҡ хеҙмәттәр hәм консультациялар, Рәсәй Федерацияһы законы нигеҙендә ҡаралған осраҡтарҙан тыш, бушлай бирелә. Был осраҡтарҙа дәүләт пошлинаһы алына. «Минең документтарым» үҙәгенең төп бурысы — физик hәм юридик заттарға дәүләт hәм муниципаль хеҙмәттәрҙе комплекслы, оператив hәм сифатлы күрһәтеү. Алдан яҙылыу бар.

Иң популяр хеҙмәт күрһәтеү булып милек хоҡуғын теркәү hәм күсемһеҙ милек объекттарын кадастр иҫәбенә алыу, паспорт биреү hәм алмаштырыу, миграция иҫәбенә алыу, биш йылға сит ил паспорты биреү hәм алыштырыу, машина йөрөтөү таныҡлығын алыштырыу, ИНН рәсмиләштереү, шәхси эшҡыуарлыҡты, юридик заттарҙы дәүләт теркәүенә алыу, хөкөм ителгәнлек булыу (булмау), хеҙмәт күрһәтеү (социаль яҡлау) тураһында белешмә тора.

«Минең документтарым» дәүләт hәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге асылыуҙың өс йыллығы көнө алдынан район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин беренсе көндән үк Бишбүләк ауылындағы Күп функциялы үҙәк республика дәүләт автоном учреждениеһы бүлеген тергеҙеүгә hәм үҫтереүгә өлөш индергән үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эшен билдәләп үтте, проблемалар тураһында фекер алыштылар hәм хеҙмәткәрҙәрҙең тәҡдимдәрен тыңланы. Шулай уҡ «Минең документтарым» Күп функциялы үҙәге эшсәнлеге ваҡытында граждандарҙан бер генә кире баһалама ла булмауын билдәләп үтте.

Бүлекте тергеҙеүгә ҙур өлөш индергәне, юғары hөнәри оҫталыҡтары, вазифалы бурыстарын намыҫлы үтәүе hәм хеҙмәт эшсәнлегендә ирешкән ыңғай һөҙөмтәләре өсөн район дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең Күп функциялы үҙәге идарасыһы Алексей Васильевич Макаров район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Рәхмәт хаттары менән артабан контролдең баш белгесе Лира Рeфис ҡыҙы Ниғмәтйәнова, шулай уҡ контролдең баш белгесе Надежда Юльевна Иванова, операция төкөмөнөң баш белгесе Венера Данис ҡыҙы Борhанова, операция төркөмөнөң әйҙәүсе белгесе Зоя Николаевна Егорова билдәләп үтелде.

Республика дәүләт автоном учреждениеһы Бишбүләк ауылында «Минең документтарым» дәүләт hәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең Күп функциялы үҙәге һорау менән файҙалана.
Читайте нас: