Әсәйҙәр көнөнә бағышланған конкурс 30 октябрҙән алып 23 ноябрға тиклем барҙы. Фотоконкурсҡа ебәрелгән барлыҡ 58 фотографиялар юғары баһаға лайыҡ ине. Әсәйҙәр байрамында Бишбүләк Мәҙәниәт йорто фойеһында редакция коллективы «Мин hәм минең бәләкәсем» фотокүргәҙмәһен ойошторҙо, унда конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡуйылды.
Конкурстың беренсе еңеүсеһе — Йылбулаҡтамаҡ ауылынан Илүзә Ғәббәсова — «В Контакте» социаль селтәрҙә йыйылған лайктар һаны буйынса билдәләнде, ә икенсе еңеүсене редакция хеҙмәткәрҙәре һайланы.
Оҙаҡ уйлағандан һуң, Бишбүләк ауылынан Айгөл Ғәлләмованың фотоһүрәте иң изге хистәрҙе сағылдыра hәм конкурс исеменә тура килә, тигән берҙәм фекергә килде. Уларҙың икеһен дә гәзит редакцияһына бүләкләү hәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу өсөн саҡырҙыҡ. Әсәйҙәр үҙҙәренең еңеүҙәре менән бик ҡәнәғәт булды hәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Илүзә Әнүәр ҡыҙы hәм Айгөл Борис ҡыҙы конкурс тураһында интернеттан белеүҙәре hәм шунда уҡ үҙҙәренең яратҡан фотоларын ебәреп, унда ҡатнашырға ниәтләүҙәре хаҡында белдерҙе.
Айгөл Ғәлләмова ун айлыҡ улы Асҡар менән төшкән фотоһын ебәргән. Уға хәҙер бер йәш тә ете ай. Асҡар ҙа әсәһе менән бүләк алырға килде.
Илүзә Ғәббәсова улы Ислам hәм ҡыҙы Ралина менән төшкән фотоһын ебәргән. Ислам 4-се класта уҡый, ә Ралинаға бер йәштә 10 ай. Илүзә Әнүәр ҡыҙы барлыҡ туғандарын hәм яҡындарын, ә ул, үҙ сиратында, үҙ дуҫтарын йәлеп иткән. Шулай килеп сыҡҡан, уның өсөн бар ауыл борсолоп, теләктәшлек белдергән. Күршеләре конкурс һөҙөмтәләре менән даими ҡыҙыҡһынып торған.
Еңеү тураһында хәбәр алғандан һуң, әсәйҙәр туғандары hәм яҡындары менән шатлығын уртаҡлашҡан.
— Конкурста еңеүебеҙҙе һиҙемләнек. Еңеү тураһында хәбәр алғандан һуң, шунда уҡ әсәйемә шылтыраттым, кисен был шатлыҡлы хәбәрҙе иремә лә әйттем. Һеҙҙең конкурстарҙа беҙ йыш ҡатнашабыҙ, — ти Айгөл Борис ҡыҙы.
— Бүләкте минән бигерәк улым көтә. Минең өсөн ул бик борсолдо hәм өмөтләнде, — тип йылмая Илүзә Әнүәр ҡыҙы. — Шул тиклем тауыш йыйырмын тип уйламағайным. Һәр ваҡыт лайктарҙы күҙәтеп барҙым. Икенсе тапҡыр ҙа бәйгелә ҡатнашасаҡмын.