Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2018, 20:44

Иң матур яңы йыл ҡаласығы

Башҡортостанда иң матур яңы йыл ҡаласығын билдәләйҙәр. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү конкурсын Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойоштора.

Бүләк — 500 мең һум.

Конкурс ҡала округтары һәм ауыл биләмәләре араһында үткәрелә. Комиссия яңы йыл ҡаласығы биҙәлешен, яҡтылыҡ элементтарын, иллюминацияны файҙаланыуҙы, шыршыны, скульптура композицияларын, боҙҙан йәки ҡарҙан яһалған һындарҙы, әкиәт персонаждарын, боҙ тауҙарын баһалай.

Конкурсҡа йомғаҡ 19 ғинуарҙа яһала.

Ғаризалар [email protected] электрон адресына ҡабул ителә. Конкурс тураһында положение Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында баҫылған.
Читайте нас: