Дим буйҙары
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Декабрь 2018, 09:00

12 декабрь - Рәсәй Конституцияһы көнө

Рус түгелмен, ләкин Россиянмын, Был хаҡ һүҙҙәр телдән телгә күсә. Башҡортостан - изге Ватаныбыҙ,Һынмаҫ ҡалҡаныбыҙ әммә - Рәсәй.

Рәсәй Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән ҡабул ителде. Рәсәй Президенты Указы буйынса 1994 йылдан был көн дәүләт байрамы тип иғлан ителде. Конституция 1993 йылдың 25 декабрендә рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инде.

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы юғары юридик көскә эйә һәм бөтә илдә ҡулланыла. Рәсәйҙә ҡабул ителгән закондар һәм башҡа хоҡуҡи акттар Конституцияға ҡаршы килергә тейеш түгел.

Конституцияның махсус данаһының тышы ҡыҙыл төҫтә варандың йоҡа тиреһенән эшләнгән, тышлығында — Рәсәйҙең көмөш гербы төшөрөлгән һәм алтын менән «Рәсәй Конституцияһы» тип яҙылған.

Егерме йыл буйына 12 декабрь ял көнө булды. 2005 йылдың 1 ғинуарынан был көн эш көнө тип иҫәпләнә. 2005 йылдың июлендә Рәсәй Конституцияһы көнө иҫтәлекле даталар исемлегенә индерелде.
Читайте нас в