Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2018, 19:39

85 йыл әүҙем тормош!

1982 йылдың сентябрендә яңы ғына төҙөлгән мәктәп уҡыусылар өсөн ишектәрен аса, уның директоры Римма Шәфи ҡыҙы Әхмәтова ине. Йылдар уҙа, етәкселәр алмашына, яңы уҡытыусылар килә, ләкин мәктәптә hәр ваҡыт педагогтар, балалар hәм ата-әсәләр коллективы тарафынан һаҡланған туғанлыҡ, үҙ-ара ярҙам hәм хеҙмәттәшлек рухы ҡала.

Бөгөн мәктәп, элгекке кеүек үк, актив ижади тормош менән йәшәй. Илдар Ғибатов етәкселегендә мәктәп хәҙерге йәмғиәт талаптарына яуап бирә торған уҡыусыларҙы юғары дәрәжәлә әҙерләүҙе тәьмин итә. Мәктәптең күркәм имиджы талантлы уҡытыусылар hәм уҡыусыларҙан барлыҡҡа килде. Мәктәп үҙенең үткәне hәм бөгөнгөһө менән ғорурлана. Был тиҫтә йылдар эсендә шаҡтай уңыштарға ирешелде.

Декабрь башында Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбендә уға нигеҙ һалыныуҙың 85-йыллығына бағышланған тантаналы сара уҙҙы. Был көндә байрамса биҙәлгән белем усағы үҙенең сығарылыш класс уҡыусыларын, ҡунаҡтарҙы, уҡытыусыларҙы ҡаршы алды. Байрамды ойоштороуҙа педагогик хеҙмәт ветераны Елена Ивановна Андреева актив ҡатнашты. Ҡунаҡтар, ветеран уҡытыусылар hәм сығарылыш класс уҡыусылары уҡыусылар hәм уҡытыусыларҙың ижади күргәҙмәһендә булды, мәктәп тарихына экскурсия яһаны. Улар барыһы ла йәшлек hәм мәктәп йылдарын рәхәтләнеп иҫкә алды.

Унан һуң байрам концерты булды. Мәктәпте юбилейы менән ҡотларға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Валерий Семенов, мәғариф бүлеге инспекторы Урал Ғатауллин, муниципаль район Советы рәйесе Юрий Павлов килде, улар юбилей айҡанлы ҡотлап, Рәхмәт хаттары, иң яҡшы уҡытыусыларға Маҡтау грамоталары тапшырҙы.

Байрам бик күңелле hәм юғары дәрәжәлә үтте. Был көндө мәктәп адресына бик күп ҡотлауҙар hәм теләктәр яңғыраны. Йәшә, сәскә ат, яратҡан, тыуған мәктәп!

Наталья Алексеева,

Бишбүләк ауылы 2–се мәктәбенең рус теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: