Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2018, 18:17

Бушлык өсөн түләү

Ҡәҙерле редакция! Һеҙгә халыҡты икмәк-ҡалас ризыҡтары менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итәм. Эш шунда, һуңғы ваҡытта (инде алты айҙан ашыу) Бәләбәй икмәк комбинаты беҙҙе буш икмәк менән туйындыра.

. «Нисек?» — тип һорарһығыҙ. Бына шулай: һоро түңәрәк икмәк һатып алаһың, 24 һум түләйһең hәм был икмәкте өйгә алып ҡайтып, уны киҫкәс, эсендe ҙур бушлыҡ күрәһең. Был нәмә? Һатып алыусыларҙы мыҫҡыллаумы? Ни өсөн бына шундай матур hәм сифатлы икмәк буш булған һуң? Беҙ был мәсьәлә менән Бишбyләктәге сауҙа нөктәләре хеҙмәткәрҙәренә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттек. Улар елкәләрен генә йыйыра, улар икмәк бешермәй, уларҙың эше һатыу ғына. Ә «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында» закон нисек һуң? Ни өсөн халыҡ буш икмәк өсөн түләргә тейеш? Һәм беҙ ҡасан яҡшы, сифатлы, тәмле Бәләбәй икмәген көтөп ала алырбыҙ? Тейешле тәртипте кем урынлаштырыр?

Рөстәм Әхмәт-Ша Әбү-Зәри.

Бишбүләк ауылы.

Бәләбәй ҡалаһының «Бәләбәй икмәк продукттары комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генеральный директоры Азат Кәрим улы Бәшәров яуап бирә:

— Беҙҙең комбинатта ҙур эш тәжрибәһе булған технологтар hәм ашнаҡсылар эшләй. Бындай осраҡтар йыш булмай. Кеше факторы. Икмәкте боронғоса ҡомалаҡ сүпрәһенән бешерәбеҙ hәм бының менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең өсөн табыш түгел, ә продукцияның сифаты мөhим.

Икмәк сифаты ҡәнәғәтләнерлек булмаған осраҡта, һатыусылар кире ҡайтаралар. Ҡулланыусылар килеп тыуған мәсьәлә буйынса hәр киоскта булған номерҙар буйынса шылтырата ала. Беҙ һөйләшеүгә әҙер. Хат авторы шул уҡ көндө беҙҙең менән туранан-тура элемтәгә инә ала ине. Хәҙер икмәктең ҡасан, ниндәй сменала бешерелгәнен асыҡлай алмаясаҡбыҙ. Әлбиттә, бер кемде лә язаға тарттыра алмайбыҙ. Алынған сигналды иғтибарға алабыҙ hәм сығарылған продукцияның сифатын контролдә тотасаҡбыҙ.
Читайте нас: