Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2018, 20:22

Мөғжизә көтөү байрамы

Яңы йыл — тәҙрә артында мамыҡтай аҡ ҡар, шыршы ылыҫы еҫе, төрлө төҫтәге уйынсыҡтар hәм мишуралар ялтырауы менән шатлыҡ hәм бәхет байрамы, бүләктәр, мөғжизәне алдан һиҙеп, көтөү, мажаралар hәм ғәжәйеп үҙгәрештәр байрамы.

Инде оҙаҡламай көтөп алған көн килеп етә, уға өлкәндәр ҙә, балалар ҙа айырым бер тулҡынланыу менән әҙерләнә. Ә Яңы йылды ҡаршылау тағы ла матурыраҡ hәм ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн, кескәй ҡунаҡтарҙы hәм уларҙың ата-әсәләрен тылсымлы әкиәт дoнъяһына сумырға саҡырабыҙ. Әкиәт геройҙары үҙ уйындары, йырҙары, бейеүҙәре менән байрам атмосфераһы тыуҙырасаҡ hәм күңелле кәйеф бүләк итәсәк. Байрамдың төп геройҙары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балалар менән уйнаясаҡ hәм уларға бүләктәр өләшәсәк. Әкиәт декорациялары беҙҙең ҡунаҡтар өсөн Яңы йыл фотозонаһына әйләнәсәк. Һеҙҙе 26, 27 hәм 28 декабрҙә 11.00, 13.00 hәм 15.00 сәғәттә Мәҙәниәт һарайында көтөп ҡалабыҙ.

Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!

Эльвира Хөснөтдинова,

Бишбүләк Мәҙәниәт һарайы режиссеры.
Читайте нас: