Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2018, 14:28

Хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтты

Запасҡа ебәрелгән гвардия рядовойы Бишбүләк ауылында йәшәүсе Рәмил Исламовты туғандары герой булараҡ ҡаршы алды

Был көндәрҙә район хәрби комиссариатынан повестка алған егеттәр армияға сроклы хеҙмәткә китә. Уларҙы тантаналы шарттарҙа рәсми заттар, туғандары hәм яҡындары оҙата. Туған иле ҡаршыһында изге бурысын үтәгән Ватанды һаҡлаусыларҙы ҙур шатлыҡ менән ҡаршылайҙар.

— Кесе улыбыҙ Рәмил менән ноябрь башынан уҡ даими рәүештә шылтыратыша башланыҡ, сөнки уның армия хеҙмәте ваҡыты тамамлана ине. Ул бер йыл элек Бишбүлeк район хәрби комиссариатынан сроклы хеҙмәткә саҡырылғайны. Беҙ уның менән бергә кoндәрҙе иҫәпләнек hәм алыҫ Хабаровск ҡалаһында урынлашҡан хәрби частән запасҡа китеүҙең теүәл датаһын белдек, — ти Флорит Исламов.

Ирле-ҡатынлы Исламовтар өс ныҡлы hәм хеҙмәт һөйөүсән ул үҫтергн, улар барыһы ла Мәскәүҙә РГАУ Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһын тамамлап, юғары белем алған. Өлкәнндәре Фидан өйләнгән, ул запастағы офицер, Тверь өлкәһендә ауыл хужалығы фирмаһы идарасыһы булып эшләй. Дамир Екатеринбург ҡалаһында хеҙмәт иткән. Ул ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, ауыл хужалығы техникаһын һатыу буйынса менеджер булып эшләй. Флорит Галиәкбәр улы утыҙ йыл элек Приморье крайында хеҙмәт иткән.

— Беҙҙең ғаиләлә армияға айырым hәм ихтирамлы мөнәсәбәт, — тип һыҙыҡ өҫтөнеә ала гвардиясының атаһы. — Рәмил Хабаровск — Мәскәү — Өфө авиарейсы менән осто. «Шереметьево-2» халыҡ-ара аэропортында күсеп ултырыу ваҡытында өлкән ағаһы уны ғаиләһе менән Мәскәү янынан махсус килеп, ҡаршы алды. Беҙ ҡатыным Рәйлә менән Рәмилдең Бишбүләккә ҡайтып етеүен көтөп торманыҡ, икенсе улыбыҙҙың ғаиләһе менән Өфө аэропортына киттек. Оҙаҡ айырылып тороуҙан һуң, осрашыу шау-шыулы hәм шатлыҡлы булды. Дамирҙың ҡатыны Лиана hәм улы Әмир, Рәмилде армиянан көтөп алған ҡыҙы Ирина менән беҙ, аэропорттың бихисап пассажирҙары hәм хеҙмәткәрҙәре беҙгә аптырап ҡарап торҙо.

Запастағы гвардия рядовойы Исламовтың атаһы иҫтәлекле осра-шыу миҙгеленең фотографияларын күрһәтә hәм улының армиялағы сағыу миҙгелдәре менән уртаҡлаша.

Хәрби хеҙмәтте Рәмил Исламов 30763-се гвардия хәрби частендә 3-сө инженер батальоны инженер-юл ротаһы миналарҙан таҙартыу взводының инженер-сапер бүлексәһендә машина йөрөтөүсеһе булып үтә. Уға Чукотка, Камчатка hәм Владивосток ҡалаларында хеҙмәт командировкаларында булырға тура килә. Ул күптән түгел генә армияның «Көнсығыш-2018» ҙур масштаблы дөйөм ғәскәр уҡыуҙарында ҡатнашҡан. Уның менән бер частьтә яҡташтары Спиридоновтар хеҙмәт иткән. Кесе Сиҙәк ауылынан Григорий Спиридонов менән Бишбүләк ауылынан Евгений Спиридонов.

Һалдаттың атаһы гвардия инженер-юл ротаһы командиры гвардия капитаны Иван Николаев hәм гвардия хәрби часть командиры гвардия полковнигы Владимир Голышев ҡул ҡуйған гвардия рядовойы Рәмил Флорит улы Исламов исеменә өс рәхмәт хатын ғорурлыҡ менән күрһәтә. Улар һалдаттың ата-әсәһенә ысын һуғышсы hәм Ватан патриоты тәрбиәләгән өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдергән. Һәм шундай һығымта яһағандар: «..Р.Ф. Исламов Юғары хәрби учреждениеға уҡырға керергә лайыҡ, артабан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы hәм Эске эштәр министрлығы органдарында, шулай уҡ дәүләт хеҙмәтендә хеҙмәт итә ала».

— Беҙ улыбыҙ хеҙмәт иткән командованиеға юғары баһа биргәндәре өсөн рәхмәтле. Рәмил бер йыл эсендә өлкәнәйеп киткән, дoньяға ҡарашы үҙгәргән — ти Флорит Ғәлиәкбәр улы. — Ә ул нимә аша үткән — теләһә ҡайһы ысын ир-ат көнләшерлек!

Владимир СМОЛОВ.

Фото Исламовтарҙың ғаилә архивынан.
Читайте нас: