Дим буйҙары
+10 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабря 2018, 10:27
Тәрбиәгә бала алам тиһәң...
Башҡортостанда депутаттар «Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында» республика законына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Әгәр уны ҡабул итһәләр, опекундар, балаларына мәктәп тамамлағансы 18 йәш тулһа ла, пособие алыуҙары мөмкин.
«Патронат тәрбиәгә алынған балаларҙың күбеһе 10-сы класта уҡығанда бәлиғ була. Шуға күрә 11-се класта уларға пособие түләнмәй. Социаль ғәҙеллек урынлаштырыу өсөн закон проекты менән норма индерергә тәҡдим ителә, уға ярашлы, ҡарауҙағы етемдәргә аҡса уҡыу йылы аҙағына тиклем түгел, ә улар мәктәп тамамлағансы түләнә», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Башҡортостанда етемдәрҙе тәрбиәләгән өсөн аҡса «Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында»ғы законға ярашлы түләнә. Сумма даими индексациялана. 2018 йылдың 1 ғинуарынан ул өс йәшкәсә сабыйға — 6,3 мең, өс йәштән өлкәнерәк балаға 6,1 һум күләмендә билдәләнгән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"