— Беҙ икенсе аҙна эшләйбеҙ: гирляндаларҙы элеү урамдар буйлап электр линияһы һуҙыуҙан ҡатмарлыраҡ, — ти электромонтерҙар бригадиры Валерий Антонов. — Бында бик һаҡ булырға кәрәк. Бәләкәй хата барлыҡ эште юҡҡа сығарыуы мөмкин hәм гирлянда ҡабынмаясаҡ, ә үткәргестәрҙең өҙөлгән урынын эҙләү иһә ваҡытты аласаҡ.
Һәм был хәл күптәргә таныш. Ҡытай гирляндаларын ботаҡтарға элгәнсе, уларҙы розеткаға тоташтырып тикшерәләр. Уттарҙың емелдәп яныуы кәйефте күтәрә, әммә гирлянданы элеп ҡуйғас, ни эшләптер эшләмәй, уны сәнскеле ботаҡтарҙан алып, төҙөк булмау сәбәбен эҙләргә кәрeк.
— Бишбүләк майҙаны кискә һәм төнгө ваҡытта республиканың башҡа ауылдарына ҡарағанда бер ҙә кәм балҡымаясаҡ, — тип белдерә Валерий Анатольевич. — Беҙ Еңеү урамындағы ағастарҙы биҙәргә планлаштырабыҙ. Бригаданыnң барлыҡ ағалары ла көйлө эшләй: Сергей Иванович Федоров, Владимир Аврамович Романов, Алим Мoслим улы Кинйәбаев, Римат Рәмзил улы Авзалов hәм Валерий Анатольевич Яковлев. Әммә эш күләме ҙур булыу сәбәпле, беҙгә башҡа бригада ҡушылырға тейеш. Яҡты гирлянда уттары барыһына ла шатлыҡ, иртәгәһе көнгә ышаныс килтерһен.