Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
15 Декабря 2018, 12:11
Туйыңа бер йыл алдан әҙерлән
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары оҙаҡламай уҙасаҡ пленар ултырышта Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Уға ярашлы, өйләнешергә теләүселәр ғаризаны элекке кеүек бер ай ғына түгел, ә бер йылға алдан тапшыра аласаҡ.
Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, үҙгәрештәр уңайлылыҡ өсөн эшләнә. Әле, ҡануниәткә ярашлы, ғариза тапшырып бер ай үткәс, парҙар теркәлә. Был ЗАГС өсөн бик ҡулай түгел, уларға айырым бер даталарға тура килгән көсөргәнеште яйға һалыу ауырлаша. Ә йәштәр туйҙарының көнөн үҙ аллы билдәләүҙә сикләнә, буш булған көндө һайларға мәжбүр ине. Закон ҡабул ителгәс иһә, бер айҙан бер йылға тиклемге арауыҡта теләгән ваҡытты билдәләй аласаҡтар.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"