Дим буйҙары
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2018, 13:30

Инвалид бала тәрбиәләһәң...

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙы тәрбиәләү буйынса пособие күләмен арттырыу мәсьәләһен ентекләп өйрәнергә ҡушты. Был хаҡта ул бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына тәүге Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.

Радий Хәбиров ошо йүнәлештәге эштең сифатына айырым иғтибар бүләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Республика шулай уҡ балаларҙы реабилитациялауға сертификаттар тапшырыр, шул иҫәптән, шәхси үҙәктәрҙә. Артабанғы аҙым — Өфөлә һәм республиканың төньяҡ-көнсығышында заманса реабилитация үҙәктәрен булдырыу. Киләһе йылда һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе һәм ошондай бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә аҡса күләмен ике тапҡырға (200 миллион һумғаса) арттырырбыҙ. Был 170-тән ашыу ғаиләнең торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирергә тейеш, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Хәйриә, йәмәғәт ойошмаларына мотлаҡ ярҙам күрһәтербеҙ. Уларҙы эскерһеҙ эшләүенә миҫалдар байтаҡ. «Юғалтыуҙар юҡ» – республикала кескәй пациенттарға паллиатив ярҙам күрһәткән берҙән-бер фонд. «СоДействие» йәмәғәт ойошмаһы үҙенсәлекле балалы ғаиләләр менән эшләй. «Беҙҙең балалар» хәйриә фонды дауаханаларҙа балаларға ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ балалар йорттарындағы үҫмерҙәрҙе үҙаллы тормошҡа әҙерләү буйынса социаль проекттарҙы бойомға ашыра. «Үҙенсәлекле балалар» – Башҡортостанда әле ауырымаған, ләкин артабан сирләү хәүефе булған йәш сабыйҙарға булышлыҡ иткән берҙән-бер фонд».

Бынан алда Башлыҡ вазифаһын башҡарыусы үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләре менән осрашты.