Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2018, 01:25
Төҙөк ерҙә матур уйҙар тыуа
2019 йылда Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Уларҙың 1,4 миллиард һумы – федераль субсидиялар. Аҡса ихаталарҙы һәм балалар майҙансыҡтарын, ҡала һәм ауыл парктарын ремотлауға тотоноласаҡ. Был турала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
– Балалар майҙансыҡтарына ҡарағыҙ әле. Оят бит. Беҙ быны хәл итәсәкбеҙ. Программала муниципалитеттар ҙа ҡатнашасаҡ. Килгән аҡса 500 самаһы ихатаны ремонтларға һәм 150-ләп парк һәм скверҙы төҙөкләндерергә етәсәк. Һәр бер ҙур ҡала һәм ауылда матур парк булырға тейеш, – тине ул.
Шулай уҡ Радий Хәбиров киләһе йылдан республикала подъездарҙы ремонтлау буйынса эшләй башлаясаҡ яңы ҙур программа тураһында ла әйтте. Уны тормошҡа ашырыу өсөн йыл һайын республика һәм идара итеүсе компания бюджеттарынан миллиард һум йүнәлтеләсәк.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"