Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2018, 14:56

Такси водителдәре ирекмәндәргә ярҙамға килә

«Яндекс.Такси» сервисының күпселек водителдәре «Лиза Алерт» ирекмәндәре булырға ризалашҡан.

Таксистарға «Таксометр» ҡушымтаһы аша юғалған кешеләр тураһында мәғлүмәт тапшырыла. «Ориентировка» тигән махсус бүлектә хәҙерге ваҡытта кемде эҙләүҙәре, кешене һуңғы тапҡыр ҡайҙа күреүҙәре, уның билдәләре, шулай уҡ эҙәрмән отряды менән бәйләнеш өсөн номер баҫыла, тип хәбәр итә Социаль мәғлүмәт агентлығы.

Әлеге ваҡытта сервисҡа 500 меңдән ашыу водитель тоташтырылған. Әгәр таксист үтеп барыусылар йәки үҙенең пассажирҙары араһында оҡшаш кешене күрһә, был хаҡта «ҡыҙыу элемтә»гә хәбәр итә ала. Оператор уға артабан нимә эшләргә кәрәклеген әйтә. Сервис тотош Рәсәйҙә эшләй.

Сервистың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эҙләү операцияларын ойоштороуҙа йөҙҙәрсә ирекмән ярҙам күрһәтә: улар араһында кинологтар, детективтар, квадроциклистар һәм водолаздар бар. «Әгәр водителдәрҙә уларҙың ҡалаһында юғалған кешеләр хаҡында иғландар булһа, эҙләү эштәрендә уңышҡа өлгәшеү бермә-бер артыр ине», — тип иҫәпләй «Лиза Алерт» башлығы Григорий Сергеев.

«Лиза Алерт» — юғалған кешеләрҙе эҙләгән ирекмәндәр хәрәкәте. Һигеҙ йыл эшләү осоронда отрядтың илдең 47 төбәгендә ирекмәндәре барлыҡҡа килгән. Быйыл ғына улар 10 меңдән ашыу кешене иҫән-һау килеш тапҡан
Читайте нас в