Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2018, 15:28

Яңы йылға йылға — яңы китап менән

Район үҙәк китапханаһында уҡыусыларға Эстониянан яҡташыбыҙ Дина Гаврилованың ижады оҡшаны

Надежда Григоренко районыбыҙҙың Кесе-Мәнәүез ауылында тыуып-үҫкән. Хәҙерге ваҡытта ул тыуған иленән алыҫта йәшәһә лә, уның йөрәгендә туған яғына, үҙенең оло hәм кесе ватанына мөхәббәт йәшәй, уны яҙыусы үҙ ижадында сағыу һәм йылы итеп күрһәтә.

Дина Гаврилова — «В бане с нечистым» юмористик йыйынтыҡ, «Путешествие Пуси Югорской из Сибири в Мууга» тигән аллегорик әкиәт авторы. 2013 йылда «Поленька или Христова невеста» психологик повесы чыҡты. 2014 йылдың декабрендә эстон телендә «Pusia uus Eestis» тигән китабы донъя күрҙе. Башҡортостанда Константин Иванов юбилейына сыуаш яҙыусыларының «Беҙҙең китап» йыйынтығын баҫтырыу әҙерләнә, унда яҙыусының сыуаш телендәге хикәйәләре лә кергән. Уның романдарынан өҙөктәр «Истоки» hәм «Бельские просторы» гәзите биттәрендә баҫтыралар. Башҡортостан Язҙыусылар берлеге ағзаһы, беҙҙең яҡташыбыҙ Р.З. Заманов исемендәге «2015 йылда юмористик хикәйәләр, фельетондар hәм башҡа сатирик жанрҙарҙың иң яҡшы авторы» премияһы лауреаты булып тора. «В бане с нечистым» ҡыҫҡа әкиәттәрен А.С. Савельев сыуаш теленә тәржемә иткән, hәм Чебоксарҙа Сатира театрында ҡуйырға әҙерләнәләр. Дина Гаврилованың әҫәрҙәре уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы hәм мауыҡтырғыс. Еңел, йәнле тел менән ул иң ябай кешеләрҙең ябай тормошо хаҡында яҙа.

Дина Гаврилованың иң сығыу, бай йөкмәткеле әҫәрҙәренең береһе тип «Цвета холодных лет» романын атарға мөмкин, унда бер ғаилә тормошонда XX быуаттың 30 — 60 йылдарындағы ил тарихы сағылыш тапҡан: коллективлаштырыу, репрессиялар, һуғыш... Романдың икенсе, рәсми булмаған исеме — «Голод любви». «Мөхәббәт тураһында төрлөсә яҙырға була. Был романда мөхәббәттең етешмәүе, уны эҙләүгә ынтылыш тураһында яҙылған. Мөхәббәт күп булмай», — тип билдәләй Дина Гаврилова. Яҙыусы үҙ илендә хеҙмәттәштәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, яҡташтары менән ижади осрашыуҙар уҙғара. Бер нисә йыл элек беҙҙең китапханала ла булды. Ул иҫ киткес итеп беренсе тәү тапҡыр һүҙ ҡушыуҙан үҙ әңгәмәҙәштәренең йөрәген яулай ала. Уҡыусылар яҙыусының ижадын иғтибар менән күҙәтеп бара һәм яңы китаптарын түҙемһеҙлек менән көтә.

Yҙәк китапханала уҙып барыусы йылды ҡыҙыҡлы кешеләр менән оҙатыу күркәм традицияға әүерелде. Быйыл беҙ Дина Гаврилованы ҡунаҡҡа көтәбеҙ. Яҙыусы яҡташтары менән осрашыуҙа үҙенең «Ты лучше всех» тигән яңы китабын тәҡдим итергә йыйына.

- Мин был ваҡиғаға бик шат, — ти ул. — Сөнки мин быға бик оҙаҡ, алты йылға яҡын әҙерләндем. Финалды өс тапҡыр күсереп яҙҙым, ваҡиғалар нисек тамамланыуынан ҡәнәғәт түгел инем. Оҙаҡ төҙәттем, дөрөҫләнем. Һәм бына хәҙер, китап әҙер булғас, еңелейеү тоям, әйтерһең, ғүмер буйы ошо эште башҡарғанмын.

26 декабрҙә 15.00 сәғәттә район үҙәк китапханаһында яҙыусы менән оҙаҡ көтөлгән осрашыу hәм уның яңы әҫәрҙәре менән танышыу була. Яҡташтарыбыҙҙың ижадын яратыусыларҙы саҡырабыҙ. Яңы йыл алдынан был уның барлыҡ уҡыусылары өсөн изгелекле бүyләк булыр, тип уйлайбыҙ.

Людмила ЧЕРНОВА,

район үҙәк китапханаһы мөдире.
Читайте нас: