Әлеге мобиль, яҡшы йыһазландырылған ойошма уҙған быуат аҙағында райондың ауыл хужалығын электрлаштырыуҙа юғары ҡаҙаныштары өсөн бер нисә тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының күсмә Ҡыҙыл Байрағы тапшырылған Бишбүләк ауыл хужалығы энергетикаһының вариҫы булды. Әммә 90-сы йылдар башында эш күләменең киҫкен кәмеүе энергетиктар эшсәнлегенә кире йоғонто яһаған. Шуға ҡарамаҫтан, ул ваҡытта М.Б. Хәсәнов етәкселегендәге коллектив был ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алды. 1994 йылдан алып предприятие социаль-мәҙәни-көнкүреш объектларында электр линиялары hәм электр селтәрҙәре төҙөү, эске электр йыhаздарын ремонтлау менән шөғөлләнә.
— Бөгөн «Бижбулякэнергосервис» йәмғиәте коллективында 18 кеше эшләй, — ти етәксе Азат Хәсәнов. — Улар барыһы ла үҙ эштәренең оҫтаһы. 2018 йылда ойошма тарафынан электр линияларын төҙөү hәм реконструкциялауға 4,5 миллион һум инвестиция һалынды. Был Бишбүләк hәм Михайловка ауылдарында ете саҡрым ВЛ-0,4 кВ. м., шунда уҡ ике яңы электр станцияһы төҙөлдө. Көтөлгән һөҙөмтәләр бары тик ыңғай ғына: былар авария һүнеүҙәренең кәмеүе, ҡулланыусыларҙы электр менән тотороҡло һәм сифатлы тәьмин итеү. Беҙҙең ойошма Айыт ауылындагы күп балалы ғаиләләрҙең ике йортона бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтте, яңы электр сыбыҡтары үткәрҙе, шул рәүешле иҫке үткәргестә ҡыҫҡа ялғаныштың потенциаль хәүефен бөтөрҙө. Ауыл биләмәләре заявкалары буйынса иҫке яҡтыртҡыстарҙы светодиодлы яҡтыртҡыстарға алмаштырыу эштәре алып барыла. Киләһе йылға пландарҙа — етештереү темптарын кәметмәү.
Яңы йыл алдынан коллективҡа hәм район халҡына һаулыҡ, эштәрендә уңыштар hәм Яңы йыл байрамдарын төрлө төҫттәге уттар янында күңелле ҡаршылауҙарын теләйем.