Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Декабрь 2018, 23:43

Яҙмышына рәхмәтле

Садыҡовтар ғаиләһе — Йылбулаҡтамаҡ ауылында иң хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе

Ғаилә башлығы — Илдар Мәрүән улы Садыҡов Йылбулаҡтамаҡ ауылында тыуған. Әлеге ваҡытта Себерҙә эшләй. Ғаилә усағын һаҡлаусы Светлана Геннадьевна Каменка ауылында тыуған. Ул һөнәре буйынса - шәфҡәт туташы. Әлеге иҫ киткес ханым, ауылда эш булмау сәбәпле, һайлаған hөнәре буйынса эшләй алмаһа ла, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Светлана үҙҙәре төҙөгән ҙур йорттоң хужабикәһе. Йорттағы бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙе башҡарыуҙан тыш, ярҙамсы хужалыҡ тураһында да ҡайғыртыу уның елкәһенә төшә. Дөрөҫ, был ауырлыҡтарҙы уның менән башҡа ғаилә ағзалары ла бер тигеҙ: бүлешә.

Илдар Мәрүән улы hәм Светлана Геннадьевна 2001 йылдың авгусында танышҡан. Тәү ҡараштан мөхәббәткә бик аҙҙар ғына ышана, әммә уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, улар тап бына шул хисте кисергән. 2002 йылдың ғинуарында йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Беренсе улдары Хәбир 2007 йылдың апрелендә, Камил — 2009 йылдың майында, өсөнсө улдары Рамазан иһә 2011 йылдың июлендә тыуа. Барлыҡ балалары ла Йылбулаҡтамаҡ урта мәктәбендә уҡый. Мәктәп программаһы буйынса барлыҡ фәндәрҙе өйрәнеүгә тырыш, яуаплы ҡарайҙар, «яҡшы» hәм «бишле» билдәләренә генә уҡыйҙар. Кесе йәштән балалар ата-әсәләренә ҡулдан килгәнсә ярҙам итә, hәм был, ғәҙәттә, йорт hәм хужалыҡ буйынса эш. Светлана Геннадьевна heм Илдар Мeрван улы — искиткеч ата-ана, улар hәр ваҡыт мәктәп менән бәйләнештә торалар, улда-рының уңыштары менән ҡыҙыҡһыналар, ата-әсәләр йыйылыштарына даими рәүештә йөрөйҙәр, мәктәпкә матди ярҙам күрһәтәләр. Әлеге ваҡытта Светлана Геннадьевна мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булып эшләй, хәҙер өйҙәгеләрҙе генә түгел, мәктәп балаларын да тәм-томдар менән һыйлай. Светлана бына тигән кеше. Илдар Мәрүән улы менән осрашыу бүләк иткән өсөн яҙмышына рәхмәтле. Хаҡлы рәүештә шуны әйтергә була, Садыҡовтар ғаиләһе —үрнәк һәм мөхәббәт, хеҙмәт һөйөүсәнлек, ғаилә бәхете өлгөһө.

Рәсиф Ниғмәтйәнов,

Йылбулаҡтамаҡ ауылы.
Читайте нас: