Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Декабрь 2018, 10:12

Мәскәүҙә халыҡ кәсептәре йәрминкәһе уҙҙы

Башҡортостан етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтары кәсептәре йәрминкәһен асыуҙа ҡатнашты. Илебеҙҙең баш ҡалаһында юбилейлы, 25-се «Ладья. Ҡышҡы әкиәт – 2018» күргәҙмәһе эш башланы.

Экспозицияға Рәсәйҙең 68 төбәгенән 1600-ҙән ашыу ойошманың һәм оҫтаның эше ҡуйылған.

Йәрминкә барышында эшлекле форум ойошторола, унда алдағы өс көндә 15 конференция, оҫталыҡ дәрестәре, эксперттарҙың фекер алышыуҙары һәм бәйләнештәр йәрминкәһен уҙғарыу ҡаралған. Башҡортостандың халыҡ оҫталары ҡулдан эшләнгән сувенирҙар, милли кейемдәр, ювелир изделиеларын, башҡорт балын һәм башҡа әйберҙәр тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова фекеренсә, Башҡортостан өсөн әһәмиәтле ваҡиғалар алдынан республиканы, уның милли йолаларын һәм мәҙәниәтен мөмкин тиклем киңерәк күрһәтеү бик мөһим.

«Республиканың 100 йыллығына яҙғыһын һәм көҙгөһөн Мәскәүҙә саралар үткәреү планлаштырыла. Өфөлә лә халыҡ кәсептәренә, һөнәрселәргә арналған саралар уҙғарыла. Был үҙебеҙ хаҡында белдереү, Башҡортостан тураһында күберәк кеше белһен өсөн уңай ваҡыт», — тине Каринэ Хәбирова.

«Ладья. Ҡышҡы әкиәт – 2018» күргәҙмәһе 23 декабргәсә эшләй.
Читайте нас: