Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Декабрь 2018, 10:17
Рәсәйҙең ял итеү өсөн иң уңайлы төбәктәре иҫәбенә индерелгән
Эксперттар Башҡортостанды Рәсәйҙең ял итеү өсөн иң уңайлы төбәктәренең береһе тип билдәләне. «Рейтинг» мәғлүмәт коммуникациялары үҙәгенең тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, республика тәүге төркөмгә — «Алтын егерме»гә индерелгән
Башҡортостан унда 10-сы баҫҡысты биләй. Уҙған йыл менән сағыштырғанда республика үҙенең күрһәткестәрен яҡшыртты, тип билдәләнә.
Күп кенә туроператорҙар фекеренсә, Башҡортостан — үҙенсәлекле төбәк, бында бер нисә тәбиғәт зонаһы урынлашҡан: тауҙар, дала, урман. Республика шифаханалары һәм тау курорттары бөтә илгә билдәле. Ошо мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, һуңғы йылдарҙа бында һауыҡтырыу һәм экологик туризмдың төрлө төрҙәрен үҫтерә башланылар.
Рәсәй төбәктәрен туристик бизнестың үҫеш кимәле, туристик хеҙмәттәр әйләнеше, төбәктең рәсәйҙәр һәм сит ил ҡунаҡтары араһында популярлығы, туристик үҙенсәлеклек, шифахана-курорт тармағы үҫеше, төбәктең интернетта туристик бренд булараҡ популярлығы, шулай уҡ хәүефле хәл кеүек критерийҙар буйынса баһалағандар.
Төбәк бизнесы вәкилдәре әйтеүенсә, үҫеш стратегияһының, аныҡ һәм оҙайлы планлаштырыуҙың юҡлығы, поездарға һәм самолеттарға билеттарҙың ҡиммәтлеге, сифатлы арзан ҡунаҡханаларҙың аҙлығы, власть менән бизнес араһында мәғлүмәттең һәм аралашыуҙың етмәүе туризм тармағына йылдам үҫешергә ҡамасаулай.
Рейтингта Мәскәү, Краснодар крайы, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Ҡырым тәүге урындарҙы биләй.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"