Дим буйҙары
+23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2018, 00:26

һаулыҡ һаҡлау системаһы

«Маҡсатыбыҙ — Рәсәй Федерацияһында иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау системаһы», — Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»н ошондай һүҙҙәр менән башланы.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте ҡарамағындағы халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм етәксеһе Елена Прочаковская социаль селтәрҙә һаулыҡ һаҡлау темаһы буйынса хәбәрҙәрҙең кәмеүен һәм яҙма мөрәжәғәттәрҙең артыуын билдәләне. Тәүгеһе баш табиптарҙың сәхифәләре барлыҡҡа килеүе менән бәйлелер, бәлки. Һуңғы 10 көндә төбәктә йәшәүселәрҙән 168 мөрәжәғәт килгән, шуларҙың 109-ы — яҙма. Иң киҫкен мәсьәләләр: дарыуҙар менән тәьмин итеү, табип хаталары, эшкә һалҡын ҡарау, табиптарҙың һәм медицина учреждениеларының етешмәүе. Ағиҙелдә бала табыу йорто юҡ, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар табиптың ҡабул иткәнен бер нисә сәғәт көтөргә мәжбүр. Йоматау станцияһы ауылы балаларына педиатр аҙнаһына бер тапҡыр ғына килә. Октябрьский ҡалаһында педиатрҙар менән тәьмин ителеш 48% тәшкил итә. Салауат ҡалаһының балалар поликлиникаларында тар йүнәлешле белгестәр етмәй. Сибайҙағы бала табыу йортонда ел өрөп тора, карауаттар иҫке, Учалы ауылы дауаханаһында — йыртылып бөткән иҫке диван. Күптәр дауаханаларҙың, медпункттарҙың аяныслы хәлдә булыуына зарланды.

«Мәктәпкә инһәң – бөтә нәмә буялған, ауыл буйлап барһаң — ҡоймалар тора, ә бына Петровское ауылындағы кеүек дауаханаға эләкһәң, унда дауаланыу түгел, быуылып үлге килә, — тип билдәләне төбәк етәксеһе, үҙенең Ишембай районына сәфәрен иҫенә төшөрөп. — Хакимиәттәрҙең социаль блоктарына ҡыйыҡтарҙа һәм иҙәндәрҙә ярыҡтарҙы бөтөрөүгә өс ай ваҡыт бирәм. Ҙур аҡса түгел, ярлыланып китмәҫһегеҙ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы март аҙағында һайланма тикшереү үткәрергә тейеш», — тине Радий Хәбиров.

Октябрьскийҙа йәшәүселәр һөт кухняһы тураһында һорау бирҙе, төбәк етәксеһе, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығының хәҙер кухнялар 80-се йылдарҙағы кеүек эшләмәй тигән иҫкәрмәһенә ҡарамаҫтан, уны иғтибарһыҙ ҡалдырманы. «Был һәр ваҡыт резонанс тыуҙыра, һөт кухняһы бик кәрәк. Тема буйынса яҙып бирегеҙ, тәүҙә үҙебеҙ тикшерербеҙ, һеҙ миңә етешһеҙлектәр хаҡында һөйләрһегеҙ, тәҡдимдәр индерерһегеҙ. Ғинуар аҙағында ошо мәсьәләне йәнә «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»нә сығарырбыҙ», — тине төбәк етәксеһе.
Читайте нас в