Яңы йылды үҙ проектын hәм зауығың буйынса төҙөлгән йортта ҡаршылау — ҙур шатлыҡ. Ғаилә 23 ноябрҙә күсенгән. Yҙҙәренең хыялдағы йортон төҙөргә Гөлфиә Илдус ҡыҙы менән Вадим Ильяс улына «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү hәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал hәм аҙыҡ-түлек баҙарын яйға һалыу дәүләт программаһының «Башҡортостан Республикаһы ауыл территорияларының тотороҡло үҫеше» ярҙамсы программаһы ярҙам иткән, улар уға 2015 йылда ҡушылған. Йәш белгестәргә торлаҡ төҙөү өсөн бер миллион һигеҙ мең һумлыҡ сертификатты май айында тапшырғандар.
Вадим Ильяс улы менән Гөлфиә Илдус ҡыҙы Камалетдиновтар тыумыштары менән Айыт ауылынан.
— Хеҙмәт юлымды мин 2010 йылда Йылбулаҡ-Матвеевка ауылының «Теремок» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башланым. Эшкә юлда осраған машиналар менән йөрөнөм, — тип һөйләй Гөлфиә Илдус ҡыҙы.
Бына шул ваҡытта ул беренсе тапҡыр «күсмә» тормыштоң бөтә ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татый. Унан һуң еңел автомобиль йөрөтөү таныҡлығы ала, эшкә барып етеү еңелейә. Биш йыллыҡ михнәт шулай уҙа. Штат ҡыҫҡартылыу сәбәпле, Гөлфиә Камалетдинова эш эҙләргә мәжбүр була. Ул Бишбүләк ауылының «Торнаҡай» балалар баҡсаһына эшкә урынлаша, ә кисен уны ире hәм кескәй ҡыҙы көтөп торған өйөнә ҡайта. Ире Вадим Ильяс улы Айыт ауылы табиплыҡ амбулаторияһында ашығыс ярҙам фельдшеры булып эшләй.
— Башта беҙ торлаҡ һатып алыуға программаға инергә телгәйнек. Әммә белгестәр торлаҡ төҙөү программаһы тиҙерәк эшләй, тип аңлатты. Һәм беҙгә башҡа документтар йыйырға тура килде, — ти Гөлфиә Илдус ҡыҙы.
Яңы йорт хужабикәһе әйтеүенсә, төҙөлөштө тиҙләтеүгә ялланып эшләүселәр, туғандары, яҡындары ярҙам иткән. Икенсе балалары — улдары Дамир тыуыу уңайынан Әсәлек капиталы тос өлөш индергән.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Камалетдиновтар кирбес йорт төҙөп ҡуйған, барлыҡ газ, электр коммуникацияларын үткәргән. Быларҙың барыһына ике миллион һумға яҡын аҡс киткән. Еңел машинаны һатыуҙан кергән аҡса ла эшкә ярап ҡалған. Әлеге мәлдә эске эштәрҙе башкараһы ҡалған.
— «Башҡортостан Республикаһы ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү » программаһынан башҡа беҙ был йортто төҙөй алмаҫ инек, — ти Гөлфиә Илдус ҡыҙы. — Баш өҫтөндә үҙ түбәбеҙ булыуына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.
Хәҙер ғаилә Бишбүләктә йәшәй. Ҡыҙҙары Альмира Бишбүләк 2-се урта мәктәпнтең беренсе класында, ике йәшлек Дамир әсәһе менән «Торнаҡай» балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә башлығына ғына эшкә Айыт ауылына барырға кәрәк. Ваҡыт үтеү менән ғаиләһенә һәм өйөнә яҡыныраҡ эш табыуына өмөтләнә.