Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2018, 14:58

Ир-аттар ҙа бәйләй

Бәйләм бәйләү — ул бары тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына шөғөлө, тигән стереотипты Бишбүләк ауылында йәшәүсе Нуриман Хәбибуллин юҡҡа сығара

Асыҡ ҡыҙыл, алһыу, бөрөләнгән һәм асылған розалар, фактура hәм ябай иләнгән ептән бәйләнгән умырзая, миләүшә, каллаларҙың нәфис сәскә бәйләмдәре — былар барыһы ла ир-ат ҡулдарының ижад емеше. Нуриман Хисмәт улы әйтеүенсә, был уның эштәренең бик аҙ өлөшө генә, күп сәскә бәйләмдәрен ул бүләк иткән. Нуриман Хисмт улы бәйләү менән бер нисә йыл элек, интернетты үҙләштергәндән һуң, мауыға башлаған.

— Мин ҡыҙ туғандарым менән үҫтем. Уларҙан күп нәмәгә өйрәндем. Йәш саҡта ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, свитер бәйләнем. Ябай биҙәктәрҙән башланым. Бер свитерҙы ике туған энем hаман кейә, — тип һөйләй Нуриман Хисмәт улы. — Бәйләү нервыларҙы яҡшы тынысландыра. «Сельхозтехника» ла, РСП-ла склад мөдире булып эшләнем. Эш бик көсөргәнешле, яуаплы ине, кешеләр менән күп аралашырға тура килде.

Ир-ат бөгөнгө көндә модала булған аксессуар — ҡыҙыҡлы бәйләү ысулы менән снуд күрһәткәс, ғәжәпкә ҡалдым. Был да уның ҡулының эше. Уның эшен баһалаусыларҙың һәм тәнҡитләүселәрҙең береһе - уның тормош иптәше Суфия Исхаҡ ҡыҙы.

— Күптән түгел беҙ бергә йәшәүебеҙҙең 45 йыллығын билдәләп үттек. Беҙҙең балаларыбыҙ юҡ, әммә балаларһыҙ йәшәмәнек. Ике туған һеңлеләрeбеҙҙе үҫтерҙек. Хәҙер улар балалары менән беҙгә ҡунаҡҡ киләләр, — тип һөйләй Нуриман Хисмәт улы ғаиләһе тураһында.

Нуриман Хәбибуллин 2006 йылдан хаҡлы ялда. Пенсионер эшһеҙлектән яфа сикмәй. Ул сәскәләрҙе бәйләп кенә ҡалмай, ә ысын сәскәләр ҙә үҫтерә. Йорттағы йәшел үҫемлектәрҙең (пуансеттия, клеродендрум, ҡымыҙлыҡ, кактустарҙың төрлө төрҙәре) дөйөм һанын ауырлыҡ менән иҫәпләп була, ҙур hәм кескәй генә, үрмәле hәм аҫылмалы гөлдәр — барыһы ла йорт интерьерына гармониялы тура килә. Ир-ат йорт ихатаһында ла күп сәскәләр һәм үҫемлектәр үҫтерә. Нуриман Хисмәт улы үҙенең баҡсаһындағы роза, пион, баллы сәскә, петуния, лилиә, ҡыр етене, годеция, ҡыҙыл етендәрҙең фоторәсемдәрен күрһәтә. Ябай ир-аттың ябай булмаған мауығыуҙары — ана шундай.

Ирина Михайлова,

автор фотоһы.
Читайте нас: