Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2018, 15:08
1
Яңы йыл - мөғжизәләр ваҡыты
Яңы йылды беренселәрҙән булып балалар hәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта тәрбиәләнеүсе балалар ләр билдәләп үтте
Яңы йыл алдынан барлыҡ балалар ҙа түҙемһеҙләнеп күңелле сюрприздар hәм бүләктәр көтә, мөғжизәгә һәм тылсымға ысын күңелдән ышана. 22 декабрҙә Бишбүләк ауылының «Новый день» социаль ярҙам ижтимағи хәйриә ойошмаһы вәкилдәре Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылындағы балалар hәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта тәрбиәләнеүселәргә ысын байрам бүләк итте.
Уйын формаһында балалар менән танышҡас, алып барыусы барыһын да әкиәт урманына саҡырҙы. Бында уларҙы бик күп мажаралар hәм сюрприздар көтә ине. Балаларҙың байрамын боҙорға ниәтләп, Убырлы ҡарсыҡ Ҡыш бабайҙың бүләктәрен урланы, ә Ҡар ҡыҙын сихырланы. Балалар hәм Яңы йылдың төп тылсымсыһы Ҡыш бабай менән бергәләп Убырлы ҡарсыҡтың сихырын еңде hәм күңел асыу башланды: уйындар, әйлән-бәйлән, йырҙар, конкурстар. Ҡыш бабай hәм Ҡар ҡыҙы балаларға күптән көтөлгән бүләктәр тапшырҙы.
— Беҙҙең өсөн социаль приютта төрлө акциялар, байрамдар үткәреү традицияға әүерелде, — тип һөйләй Бишбүләк «Новый день» социаль ярҙам ижтимағи хәйриә ойошмаһы етәксеһе Павел Борисов. Өсөнсө йыл балаларҙы Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ. Yҙебеҙҙең күңел йылыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ, балаларға шатлыҡ бүләк итeргә теләйбеҙ.
Ирина Фомина,
автор фотоһы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"