Дим буйҙары
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Декабрь 2018, 21:37

Борсоған мәсьәләләрҙе тикшерҙеләр

Пресс-конференцияла ҡатнашыусылар борсоған мәсьәләләрҙе тикшерҙеләр

Стәрлетамаҡта Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотовтың депутат ярҙамсылары hәм һайлау округының туғыҙ районынан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында матбугат конференцияһы уҙҙы. Матбуғат конференцияһында беҙҙең райондан депутат ярҙамсыһы — район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр hәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Валерий Семенов ҡатнашты.

— Ағымдағы йылда һайлаусылар менән 81 осрашыу үткәрелде, 350 кеше ҡабул ителде. Халыҡты айырыуса борсоған проблемаларҙың 30%-ты буйынса аңлатыуҙар алып барыласаҡ, — тине Алексей Николаевич округта башкарылған эштәр тураһында. Yҙенең ярҙамсыларына яуаплы hәм эшлекле мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе: — Беҙ бергә ҙур эш башҡарҙыҡ, ул Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаты менән билдәләп үтелде.

Депутат уҙған йыл башҡарылған эштәргә бер аҙ анализ яһаны, раҫланған дәүләт программалары, закондарындағы үҙгәрештәр тураһында һөйләне.

Дeүләт Думаһы депутаты округ ҡалаларында hәм райондарында барлыҡҡа килгән хәл менән яҡшы таныш, журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған алданған өлөшсөләр, 18-ҙән 20%-ҡа ҡәҙәр өҫтәлгә хаҡҡа һалымды арттырыу, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу hәм үтилләштереүгә бәйле ҡатлаулы хәл, гәзиткә яҙылыу хаҡтарын арттырыу, һаулыҡ һаҡлау, агломерацияны үҫтереү, юлдар торошо hәм ремонт мәсьәләләре буйынса һорауҙарға компетентлы яуап бирҙе.

— Ағымдағы йылда хөкүмәт, Президенттың бюджет өлкәһендә эшләүселәргә хеҙмәт хаҡын арттырыу тураһындағы «май указдарын» үтeп, айырым категория хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хаҡын арттырыуға финанстар бирҙе. Әмма барыһы ла «май указдары» тормошҡа ашырыуға инмәне, улар араһында спорт hәм йәштәр сәйәсәте өлкәһе лә ситтә ҡалды. Бишбүләктә физкультура-һауыҡтырыу комплексы, спорт секциялары бар, ләкин минималь хеҙмәт хаҡы арҡаһында тренерҙарға эшләргә стимул юҡ, яҡшыраҡ яҙмыш эҙләп, улар эштән китә. Йыш ҡына спорт секциялары ябыла, балалар менән шөғөлләнерлек кеше юҡ. Ситуация үҙгәрһен өсөн, нимә эшләргә? — «Яҡты юл» район гәзите вәкиленең һорауы яңғыраны.

— Ысындан да, спорт hәм йәштәр сәйәсәте өлкәһенә етди иғтибар бирелмәй. Финанслау мәсьәләһен яңынан ҡарау өсөн Дәүләт Думаһына коллектив мөрәжәғәт төҙөргә кәрәк, — тип тәҡдим итте Алексей Николаевич.

«Һеҙ интернеттағы һүҙ ирегенә нисек ҡараһығыҙ?» — тигән һорауға депутат:

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, интернетта мәғлүмәттең 50 проценты дөрөҫ түгел. Йәш быуын барыһын да таҙа дөрөҫлөк тип ҡабул итә. Ҡайһы бер мәғлүмәт балаларға зыян һала ала, дошманлыҡ хисе уятыуға йүнәлтелгән. 14 йәшкә ҡәҙәр социаль селтәрҙәргә инеү мөмкинлеген сикләүсе закон проектын хуплайым.

2018 йыл эсендә депутат ярҙамы менән округта күп кенә социаль проблемалар хәл ителгән hәм финансланған. Теге йәки был һорауҙар килеп тыуған осраҡта, Алексей Изотов уның муниципалитеттарҙа ярҙамсыларына, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәмәғәтселекте ҡабул итеү бyлмәһенә мөрәжәғәт итергә йәки уға ВКонтакте hәм Фейсбукта шәхсән яҙырға тәҡдим итте. Район hәм ҡала гәзиттәрендә «депутат колонкаһы» булдырырға тәҡдим итте, унда ул граждандарҙы борсоған һорауҙарға яуап бирәсәк.

Ирина Фомина,

Автор фотоһы.
Читайте нас: