Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Декабрь 2018, 00:38

Студенттарҙы өйҙәрендә көтәләр

Һораштырыу һөҙөмтәләре буйынса күптәр диплом алғандан һуң районға ҡайтырға ҡарар иткән

БДМУ стеналарында уҙған осрашыу беҙҙең районда тыуып-үҫкән студенттарҙы йыйҙы. Делегация составына район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр hәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Валерий Семенов, район Советы секретары Артур Зарипов, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Андриян Павлов инде. Сарала БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Салауат Харасов, университет профессорҙары, беҙҙең райондан сыҡҡан Диләрә Кәлимуллина, Петр Миронов, Анатолий Млисс, Өфөләге Бишбүләк яҡташтар вәкиле Людмила Мурманская ҡатнашты.

Осрашыу барышында студенттарҙың уҡыу hәм тормош мәсьәләләре, уларҙың киләсәккә пландары тураһында фекер алыштылар. Төп маҡсат — буласаҡ табиптарҙы тыуған районға ҡайтарырға ҡыҙыҡһындырыу. Бының өсөн делегация вәкилдәре студенттарҡа мөмкинлектәр тураһында һөйләне. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Андриян Павлов дауахананың эше менән таныштырҙы, медицина кадрҙарына булған ихтыяж, эшкә урынлашыу перспективалары тураһында һөйләне. Район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин һуңғы йылдарҙа районда социаль инфраструктураны үҫтереү hәм ауыл халҡыныn уңайлы тормош шарттарын булдырыу буйынса зҙр эш башҡарылыуын билдәләп үтте. Тиҙҙән Бишбүләктә яңы мәктәп hәм өс фатирлы йорт төҙөлә башлаясаҡ, унда табиптар өсөн фатирҙар ҡаралған. Улар өсөн хәҙер үк файҙаланыуға тапшырылырға eәҙер дүрт фатир бар.

— Быларҙың барыһы ла райондың медицина кадрҙарын йәлеп итеү менән ҡыҙыҡһынуын күрһәтә, hәм студенттар инде хәҙер үк хакимиәт яғынан hәр төрлө ярҙаиға иҫәп тота ала, — тип һығымта яһаны Наил Ғатауллин.

Студенттар уҡыу ваҡытында ярҙам, маҡсатлы программа hәм башҡа ойоштороу мәсьәләләре буйынса белем биреүҙе дауам итеү мөмкинлектәре тураһында һораны. Әңгәмә барышында үҙ-ара бәйләнеш нөктәлләре табылған, студенттар районға ҡайтҡас, кәрәкле ярҙам аласаҡ, тип ышандырғандар.

Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса бер нисә студент районға ҡайтырға hәм Бишүләктә карьера башларға теләк белдергән.

Белешмә өсөн: бөгөнгө көндә штаты 44 табиптан торған үҙәк район дауаханаһында участок терапевтарына, травматолог-ортопедтарға, онколог, рентгенолог, хирургтарға, стоматологтарға (барлығы ете белгес) ихтыяж бар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, быйыл райондан уҡып йөрөүсе студенттар тап бына шул күләмдә Башҡорт дәүләт медицина университеты дипломдары аласаҡ.

Олег ЛЕОНТЬЕВ.

Сергей Иванов фотоһы.
Читайте нас: