Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Декабрь 2018, 22:08

Урамдар яп-яҡты буласаҡ

2019 йылда Башҡортостанда урамдарҙы яҡтыртыуға 648 миллион һум аҡса бүленә.

Ул 2017 йылда тамамланған “Яҡты ҡала” программаһының яңыртылыуы тураһында һөйләне. Киләһе алты йылда ошо маҡсатҡа 3 миллиард 817 миллион һум йүнәлтеләсәк.

“Һуңғы ваҡытта республикалағы 51 биләмәлә 2225 яҡтылыҡ нөктәһе ҡуйылды. Ул тейешле күләмдең 1,5 процентын тәшкил итә. 8500 фонарь ремонтланды. Һөҙөмтәлә мәктәптәргә, балалар баҡсаларына илткән яҡтыртылған юлдар ҙа ун процентҡа артты. 10 февралгә тиклем тағы ла 40 биләмәлә бер мең лампа ҡуйыласаҡ”, – тине Михаил Кирәев.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, магистралдәрҙе яҡтыртыу, шулай уҡ уларҙа видеотеркәү камералары ҡуйыу күҙаллана. Ул йәнә Инорс биҫтәһендә һәм башҡа биләмәләрҙә яҡтыртҡыстар ҡуйыу, бының өсөн айырым программа ҡабул итеү зарурлығын билдәләне.

Автор: Лилиә Дәүләтбәкова