Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Декабрь 2018, 13:10

Башҡортостан-24 каналы эфир киңлектәрен яулай

Телеканал үҙ тамашасыларына үҙенсәлекле яңы йыл тамашаһы әҙерләне. “Башҡортостан 24” телеканалын хәҙер Уфанет кабель телевидениеһы аша ҡараға мөмкин.

Телеканал үҙ тамашасыларына үҙенсәлекле яңы йыл тамашаһы әҙерләне. “Башҡортостан 24” телеканалын хәҙер Уфанет кабель телевидениеһы аша ҡараға мөмкин. Бының өсөн “Асыҡ цифра” абоненттарына ни бары телеканалдар исемлегендә “Башҡортостан 24” табырға, йә пультта — 502 һанын йыйырға ғына кәрәк.Телеканал иһә аҙнаның мөһим ваҡиғаларына йомғаҡ яһап “Хәбәрҙәр. Аҙна йомғаҡтары”, “Ихлас күңелдән”, “Хоҡуҡи программа”, “Хәйерле кис, республика!”, “Мәҙәни яңылыҡтар”, “Халыҡ медицинаһы”, “Онлайн хәбәрсе” һәм башҡа тапшырыу-рубрикалар, арҙаҡлы шәхестәр менән интервьюлар, фильм һәм клиптар менән тулыландырылды. Телевизор ҡараусыларҙа яңы йылда махсус программа ла көтә.Телеканал башҡаларҙан үҙенсәлеге һәм яңы форматта эшләүе менән айырыла. “Башҡортостан-24” — ул интернет, телевидение һәм радио мөмкинлектәрен берләштереп, халыҡҡа заманса, сифатлы телевизион продукт тәҡдим итә. Әйткәндәй, “Башинфорсвязь” абоненттары “Башҡортостан-24” телеканалын күптәнән инде ҡарап ҡыуана. Заман һулышын тойоп, милли, мәғлүмәти, халыҡсан, кешеләрәҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙе маҡсат итеп эшләүсе “Башҡортостан-24” телеканалы йәшен тиҙлегендәй медиа-даирәне яулай.
Читайте нас: