Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Декабрь 2018, 13:19

Яңы йыл ишек шаҡығанда

Эт йылына алмашҡа һары ҡабан килә. Эт кеүек, ул да миһырбанлы, дуҫтанә булырға вәғәҙә итә.

Ҡабан йомартлыҡты ярата, бар нәмәнең дә мул булыуын теләй. Тимәк, яңы 2019 йыл беҙҙе көтөлмәгән табыш, финанс тотороҡлоғо, күңелле сюрприздар менән ҡыуандырасаҡ.

Үҙенә бер аҙ ғына бошонмаҫлыҡ сифаттары ла хас уның. Юҡ-бар менән бер кемде лә аптыратмаҫтыр, моғайын. Әммә был илке-һалҡы йөрөргә ярай тигән һүҙ түгел. Ер сусҡаһы эшһөйәр, уңған кешеләрҙе хөрмәт итә. Ерҙә эшләп, маңлай тире менән мал табыусыларға айырыуса мөрхәмәтле булыр ул.

Ҡабан – үрсемле йән эйәһе. 2019 йыл яңғыҙҙарҙы – ғаилә йылыһы, өҙөлөп бала көтөүселәрҙе – һау-сәләмәт сабый, ейәндәр һөйөргә һыуһағандарҙы балдан татлы ейән-ейәнсәрҙәр менән дә һөйөндөрәсәк.

Һөйөнөстәрең менән кил, Яңы йыл!


Читайте нас: