Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ғинуар 2019, 17:55

Ғаилә дуҫыбыҙ Рекс

Бишбүләк ауылында йәшәүсе Ивановтар ғаиләһенең тоғро дуҫы овчарка Рексҡа биш йәш тулған. Рекс ҙур матур эт булған.

— Рексҡа ғына биш йәш түгел, ә Самаранан үҙебеҙҙең кесе ватаныбыҙ Бишбүләк ауылына атай нигеҙенә күсеп ҡайтыуыбыҙға ла биш йыл тулды, — ти район газ хеҙмәтендә слесарь булып эшләүсе Денис Иванов. — Яҙмыш беҙҙе шул матур ҡалала осраштырҙы. Унда ҡыҙыбыҙ менән улыбыҙ тыуҙы. Көнбайыш Европа овчаркаһының бына тигән шат күңелле бәләкәсен беҙгә Самара ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүсе кинолог бүләк итте.

Эттәрҙе был хеҙмәткә ентекләп һайлап алалар. Рекстың бер айлык ваҡытында һайлап алыу комиссияһы наркотик матдәләр эзләү менән шөғөлләнеүсе эттәргә ҡарата булған hөнәри талаптарҙан тайпылыш тапҡан.

— Рекс изгелекле hәм балалар менән уйнарға ярата. Ул беҙҙең йортобоҙҙоң ышаныслы һаҡсыһы, — тип дауам итә овчарка хужаһы. — Йыш ҡына беҙ балалар менән уны машинаға ултыртып, тәбиғәткә алып сығабыҙ, ә ҡышын әкрен генә йөрөүсе машина артынан йүгертәбеҙ. Ул бик аҡыллы hәм тоғро эт, барлыҡ командаларҙы ла белә hәм башҡара.

Владимир Смолов,

Автор фотоһы.
Читайте нас: