Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ғинуар 2019, 18:40

Ҡара ҡарғалар ҡышларға ҡалған

Икенсе йыл инде ҡыш уртаһында иртәләрен ҡара ҡарға ҡарҡылдауын ишетелә, әммә был инде сәйер түгел. Сөнки уның тауышын башҡаныҡы менән бутап булмай.

Был ҡыҙыҡлы ваҡиға ике йыл элек, 2017 йылдың иртә яҙында ҡара ҡарғалар үҙҙәренә оя ҡора башлағас, башланды. Ул саҡта бер ҡарғаның һул яҡ ҡанаты ныҡ зарарланғайны. Ул шап-шаҡтай ине тиерлек, әммә юғары оса алмай. Тиҙҙән уны ситкә типтеләр. Ҡарға Бишбүләк ауылының Еңеү паркын яратты. Бында ҙур ҡош барыһының да күҙ алдында булды, юлдан аҙыҡ эҙләп йөрөнө. Әлбиттә, оло йөрәкле кешеләр ҡарғаны ҡыҙғанып, даими рәүештә ашатып торҙо. Ул шулай иҫән ҡалды. Әммә көҙөн көньяҡҡа осоп китә алманы.

Парк янындағы ике ҡатлы йорттарҙа йәшәүсе хеҙмәт ветерандары Галина hәм Николай Петровтар ярҙамы менән ҡарға имен ҡышланы. Пенсионерҙар ҡарғаға Карлуша тип исем ҡушты, ул үҙенең ҡушаматына бик тиҙ өйрәнде, даими туйындырып тороусыларын таный башланы.

— Быйыл ҡыш беҙҙең Карлуша моңаймай. Яҙ көнө уның ғаиләһе барлыҡҡа килде, — ти Галина Андреевна. — Уның балалары күпме ине, белмәйем, тик береһе генә иҫән ҡалды. Көҙ, Покров көнө еткәс Карлуша «ҡатыны менән улын» ҡалырға «өгөтләне». Мин махсус ҡарға өсөн ҡарабойҙай hәм башҡа ботҡалар бешерҙeм. Аҙыҡ өсөн өҫтәлдән теләһә ниндәй аҙыҡ валсыҡтары ярай. Көслө һалҡындарҙа ризыҡ күберәк бирәбеҙ. Ҡара ҡарғаларҙы бер үк вакытта ашатабыҙ, шуға күрә улар өсөһө лә беҙҙең килеүебеҙҙе көтә. Ҡош балаһы күптәндән нығынды һәм ярайһы яҡшы ғына оса.

Владимир СМОЛОВ.
Читайте нас: