Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ғинуар 2019, 17:41

«Күп нәмәнең миңә бәйле икәнен аңлайым»

Юғары категориялы шәфҡәт туташы Елена Дәүләтшина үҙ эшенә тоғро

Идара итеү — ижади яҡын килеүҙе hәм даими камиллашыуҙы талап итә торған ҡатмарлы бурыс. Медицина техникаһын, медицина технологияларын hәм хеҙмәттәрен үҫтереү, врач персоналы hәм шәфҡәт туташтары, медицина хеҙмәткәрҙәре hәм пациенттар араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр — шәфҡәт туташтары хеҙмәтендә үҙгәрештәр өсөн ҙур стимул. Дөрөҫ стиль менән идара итеү шәфҡәт туташтары персоналының эш һөҙөмтәләренә ҡыҙыҡһыныуын шаҡтай арттыра, кешеләрҙе бергә туплай ала.

— Район дауаханаһының хирургия бүлегендә егерме йыл эшләйем, — тип һөйләй юғары медицина квалификацияһына эйә шәфҡәт туташы Елена Дәүләтшина. — Шуларҙың 1-сөе өлкән шәфҡәт туташы вазифаһында. Мин пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеүҙең сифаты hәм урта hәм кесе медицина персоналының хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу миңә бәйле икәнен аңлайым.

Дөрөҫ ойошторолған эш юғары профессиональ кадрҙар потенциалын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Елена Дәүләтшина ҡарамағында 27 шәфҡәт туташы hәм 16 кесе хеҙмәт күрһәтеү персоналы бар. Урта звено етәксеһе квалификацияһын даими рәүештә күтәрә.

— Төрлө республика конкурстарында ҡатнашып бик күп файҙалы әйбер алам, — тип дауам итә Елена Ивановна. — Ижади атмосферала эш тәжрибәһе уртаҡлашыу бара, алдынғы технологияларҙы индереү буйынса эш күнекмәләре бирелә. 2000 йылда «Дауалау эшенең иң яҡшы белгесе» республика конкурсында ҡатнаштым. Быйыл «Урта медицина hәм фармацевтика белемле иң яҡшы белгес» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусы булдым. Мин һуңғы өс йыл эсендә башҡарылған эшемде тәҡдим иттем, ул республикала икенсе урын алды hәм Рәсәй дәрәжәһендә танылды. Конкурста ҡатнашҡан өсөн Маҡтау грамотаһы, аҡсалата сертификат hәм «М-видео» бүләк картаһы менән билдәләндем.

Елена Дeyлeтшинаның район үҙәк дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы вазифаларына ижади ҡарашы hәм намыҫлы мөнәсәбәте дауахана етәкселеге һәм район хакимиәте тарафынан тейешенсә баһалана. Елена Ивановна оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.

Владимир Смолов.

Автор фотоһы.
Читайте нас: