Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
7 Января 2019, 10:31
Өмөт, ышаныс, күңел йылыһы бүләк иткән байрам менән!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәк православныйҙарын байрам менән ҡотланы. Унда былай тиелә:
“Хөрмәтле Башҡортостан православныйҙары! Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе Христос Раштыуаһы менән ихлас ҡотлайым! Быуаттар дауамында был яҡты байрам кешеләргә ышаныс, өмөт һәм күңел йылылығы бүләк итә, мәңгелек идеалдарға һәм ҡиммәттәргә иғтибарҙы йүнәлтә. Раштыуа тантаналарының изге йолалары, быуындан-быуынға тапшырылып, йөрәктәребеҙҙе һөйөү һәм миһырбанлыҡ, татыулыҡ һәм үҙ-ара ихтирам менән һуғара.
Был һоҡланғыс ғаилә байрамын айырыуса балалар ярата, сөнки Раштыуа мөғжизәгә ышанысты уята, әкиәти кәйеф, сағыу тәьҫораттар тыуҙыра, туғандарҙан бүләктәр алып килә.
Башҡортостанда быуаттар буйы төбәгебеҙ өсөн традицион диндәрҙең вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Республика православныйҙарының йәмғиәттең рухи яңырыуына, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты, татыулыҡты нығытыуға индергән өлөшөн юғары баһалайбыҙ.
Ошо байрам тыуҙырған шатлыҡ тойғолары барыбыҙҙы ла яңы көс менән һуғарһын, яҡшы кәйеф бүләк итһен. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!”
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"