Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Ғинуар 2019, 15:27
Рәсәйҙең иң ҙур мәктәбе төҙөлә
2,5 мең урынға иҫәпләнгән белем усағы быйыл сентябрҙә үҙ ишектәрен аса.
Быйыл йәй Мәскәүҙә яңы мәктәп төҙөлөп бөтәсәк. 2,5 мең урынға иҫәпләнгән был уҡыу йорто Рәсәйҙә иң ҙур мәктәп буласаҡ.
Мәктәп ашханаһы ике залға бүленә: 800 урынлығы — юғары кластар, ә 450 урынлыһы башланғыс кластарға иҫәпләнгән. Бында уҡыусыларға көн һайын 21,5 мең ризыҡ әҙерләнәсәк.
Бина эсендә аҙашмаҫ өсөн, сауҙа үҙәктәрендәге кеүек, сенсорлы панелдәр ҡуйыласаҡ. Ҡаланың төҙөлөш департаменты етәксеһе хәбәр итеүенсә, эксперименталь уҡыу үҙәгендә махсус кластар, 75 кешегә иҫәпләнгән лекция аудиторияһы, лингвистика блогы, түңәрәктәр, секциялар, хеҙмәт дәрестәре өсөн айырым бүлмәләр буласаҡ.
Өстәмә белем биреү бинаһында лего-конструкторлау, изостудия, шахмат клубы кабинеттары, гимнастика һәм хореография залдары эшләйәсәк.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"