Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2019, 14:54

Балаларға шатлыҡ бүләк иттеләр

Балалар hәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта Яңы йыл байрамына әҙерлек байрамға ҡәҙәр үк башланды. Тәрбиәселәр балалар менән шиғырҙар ятланы, Яңы йыл байрамдары тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы нимәләр белде, йырҙар hәм бейеүҙәр өйрәнде. Балалар Яңы йыл байрамын түҙемһеҙлек менән көтөп алды.

Зал үҙәгендә — матур шыршы. Балалар ижад yҙәге педагогтары Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Убырлы Ҡарсыҡ hәм Яңы йыл символы булған сусҡа балаһы Фунтик ҡатнашлығында eкиәтле тамаша килде. Балалар байрам атмосфераһына сума, ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ҡатнаша алды. Ҡыш бабай йырҙар hәм бейеүҙәр менән ысын байрам ойошторҙо. Балалар Ҡыш бабайға hәм Ҡарһылыуға шиғырҙар һөйләне, персонаждар менән фотоға төштө, Яңы йыл бүләктәре алды.

Район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллинға, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр hәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Валерий Семеновҡа, район опека hәм попечителлек бүлегенә, приютҡа ярҙам иткән Балалар ижады үҙәге педагогтарына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерeбеҙ. Беҙ даими бағыусыбыларыбыҙ: шәхси эшҡыуар Р.Ф. Ихсанов, Туймазы нефть идараһының Шкапово нефть ҡыуҙырыу станцияһы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлеге, «Сова» шәхси һаҡ предприятиеһы, «Яңы көн» социаль ярҙам ижтимағи хәйриә ойошмаһы, «Спасение» страховка компанияһы, «Һеҙ яңғыҙ түгел» хәйриә төркөмө, «Мир вкуса» рестораны, С.К. Михайлов крәҫтиән- фермер хужалығы, Ф.М. Хажиев крәҫтиән-фермер хужалығы hәм райондың, республиканың барлыҡ битараф булмаған кешеләренә рәхмәтлебеҙ.

Рузилә Ғиззәтуллина.

«Ғаилә» төбәк-ара Дәүләт бюджет учреждениеһының Бишбүләк районында балалар hәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһе социаль педагогы.
Читайте нас: