— Беҙ Вадим менән ике йыл дуҫлашып йөрөнөк. Бер-беребеҙҙе яҡшы беләбеҙ, шуға ла ғаилә төҙөүгә етди ҡарайбыҙ, — тип тәьҫораттары менән бүлешә бәхетле йәш кәләш. — Мин банк хеҙмәткәре, ирем Себерҙә вахта ысулы менән эшләй. Атай-әсәйҙәребеҙ татыу ғаилә булараҡ, беҙгә өлгө булып тора.
Бишбүләкнең ЗАГС бүлегендә киләһе туйҙар, шулай уҡ, ғинуар айының байрам кoндәренә — Иҫке Яңы йылға hәм Крещение байрамына билдәләнгән. Вадим менән Марина Митюковтарҙың еnел hәм бәхетле туйҙары менән башланған 2019 йылда туйҙар йыш булһын.
Фото Вадим hәм Марина Митюковтарҙың ғаилә архивынан