Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2019, 14:56

Депутаттан татлы бүләк

Пурлыга ауылы балалары Яңы йыл алдынан улар янына Ҡыш бабай килеүенә күнеккән инде

2019 йыл башланыр алдынан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ауыл балаларын ҡотларға килде. Балалар өсөн Яңы йыл ҡотлауын hәм татлы бүлeктәрҙе Баҙлыҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе депутаты Алевтина Васильева ойошторҙо. Хәйриә акцияһына эшҡыуаруар Данис Ғәниев тә ҡушылды, ул Яңы йыл бүләктәре һатып алырға аҡса бүлеп бирҙе. Балалар Ҡыш бабайнҙың һәм Ҡарһылыуҙың килеп етеүен биҙәлгән шыршы янында көттө. Әкиәт геройҙары балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә Яңы йыл кәйефе бүләк итте. Барыһы бергә әйлән-бәйлән уйнаны, Яңы йыл йырҙары башҡарҙы, балалар шиғырҙар һөйләне.

— Алевтина Герасимовна өсөнсө йыл беҙҙең балаларҙы шатландыра. Депутат өлкән йәштәге кешеләрҙе Өлкәндәр көнөндә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Уһған йәй ауыл юбилейын, төҙөкләндереү сараларын ойошторорға ярҙам итте, — ти Пурлыга ауылы старостаһы Лилиә Яковлева.

Районда бындай хәйриә сараларының матур йолаға әүерелеүе ҡыуандыра.

Ирина Михайлова,

Лилиә Яковлева фотоһы.
Читайте нас: