Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2019, 15:01

Фәтих Кәрим онотолмай

9 ғинуарҙа патриот татар шағиры Фәтих Әхмәтвәли улы Кәримовҡа 110 йәш тулды

Ул Айыт ауылында тыуған, шунда уҡ башланғыс белем ала. 1922 йылда Бәләбәй педагогия техникумына уҡырға инә. Унан һуң ул Ҡазан ер төҙөлөшө техникумында уҡый, республика гәзиттәре hәм журналдары менән хеҙмәттәшлек итә, Татиздаттың балалар-үҫмерҙәр әҙәбиәте редакцияһында эшләй.

Фәтих Кәрим үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә бөгөнгө көнгә ҡәҙәр бирелеп уҡырҙай шиғырҙар ижад итeргә өлгөргән. Уның шиғырҙары ябайлылығы hәм ихласлығы менән йәлеп итә. Ул ябай ғына булған әйберҙе шундай тылсымлы итеп тапшыра белгән, ул ниндәйҙер илаhилыҡҡа әүерелгән.

Фәтих Кәрим үҙенең Ватанын бик яратҡан. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул уйлап та тормайынса фронтка китә. 1945 йылдың февралендә дошман пуляһы уның ғүмерен ҡыя. Кенигсбергҡа кергән урында хәрби бурысын үтәп, батырҙарса һәләк була. Фәтих Кәрим Калининград өлкәһе Багратионовск ҡалаһының туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.

Бишбүләк тарих-этнография музейы татар шағиры Фатих Кәримдең тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланған «Беҙ хәтерләйбеҙ һине, Фәтих Кәрим!» музей акцияһы үткәрҙе. Район үҙәгендә йәшәүселәр танылған шағирҙың портреты hәм биографияһы менән иҫтәлекле открыткалар алды. Район китапханаһы китапханасылары Фәтих Кәримдең шиғырҙарын уҡыны.

Ҡәҙерле яҡташтар, әйҙәгеҙ, ысын патриот, талантлы шағир hәм батыр һуғышсы, Ватаныбыҙ һаҡсыһы иҫтәлегенә лайыҡлы булайыҡ!

Роза Иванова,

Бишбүләт тарихи-этнография музейы директоры.
Читайте нас: