Дим буйҙары
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2019, 14:58

Район яңы янғын техникаһы алды

Янғындарҙы һүндереү өсөн цистерна тағылмалары Йылбулаҡтамаҡ, Ерекле, Ҡыңғыр-Мәнәүез hәм Сухоречка ауыл Советтары ауыл биләмәләренә ҡайтты

Һуңғы йылдарҙа районда янғындар менән һөҙөмтәле көрәшеү өсөн шарттар твуҙырыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Муниципаль янғын һаҡлауҙы камиллаштырыу, ирекле отрядтарҙы уҡытыу, профилактик сараларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса саралар комплексы ҡабул ителде. Шул уҡ ваҡытта, сезонлы факторҙар арҡаһында, янғындар сығыу ихтималы юғары дәрәжәлә ҡала. Мәҫәлән, йәйге ҡоролоҡ осоронда йәки яғыу сезоны мәлендә. Был хәл янғын һүндереү эшсәнлегенә, шул иҫәптән матди-техник базаны нығытыуға айырым иғтибар биреү бурысы ҡуя.

Был эштe райондың яңы янғын техникаһын алыу ҙур ярҙам булды. 29 декабрҙә янғын һүндереү өсөн дүрт тағылма-цистерна Йылбулаҡтамаҡ, Ерекле, Ҡыңғыр-Мәнәүез hәм Сухоречка ауыл Советтары ауыл биләмәләре ҡарамағына ҡайтты. Әлеге техника барлыҡ кәрәкле йыһаздар менән йыһазландырылған: еңсәләр комплекты, көрәктәр, фонарь hәм автомат рәүештә һыу тултырыу өсөн мотопомпа. Цистерналарҙың күләме 4000 литр. Тағылмалар, етештереүсе белдергәнсә, мобиллеге hәм юғары үтеүсәнлеге менән айырылып тора. Былар барыһы ла ауыл биләмәләре территория-һында ягғын ҡурҡынысһыҙлығын тәьмин итеүҙә ҙур ярҙам булырға тейеш.

— Беҙҙең биләмәлә янғын һүндереү техникаһына ихтыяж киҫкен ине. Бигерәк тә яҙғы осорҙа һиҙелде, үлән янып китеү йыш күренеш. Утты үҙ көстәребеҙ менән һүндерергә тура килде, ябай саралар hәм эш ҡоралдары менән, тип әйтергә мөмкин. Әлеге тағылма-цистерналарҙы һатып алыу янғындарҙы һүндереүҙе тағын да һөҙөмтәлерәк итергә, теләһә ҡайһы янғын сығыуға оператив реакция белдерергә мөмкинлек бирәсәк. Техника өсөн яуаплы кешеләр әҙерләп, йылы гараж урынлаштырып, цистернаны тракторгғ беркетеп ҡуйҙыҡ инде, — ти, Сухоречка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Наил Төхвәтуллин.

— Һуңғы ваҡытҡа ҡәҙәр райондың 13 ауыл биләмәһенең һигеҙендә генә үҙенең янғын һүндереүселәр командалары бар ине. Шуларҙың бишеһендә кәрәкле техника булманы. Был беҙҙең өсөн ауыр тема ине. Республика Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән ауыл биләмә-ләренә цистерна-тағылмалар һатып алыу hәм бушлай тапшырыу тураһындағы ҡарар хәлде үҙгәртергә мөмкинлек бирә. Яңы йыл ялдынан уларҙы дүрт биләмә алды, быйыл Бишбүләк ауыл Советы шундай уҡ техника аласаҡ. Ирекле янғын командаларының барлыҡ яңы ағзалары ла уҡыясаҡ, — тип билдәләп үтте район хакимиәтенеn мобилизация әҙерлеге hәм гражданлыҡ оборонаһы ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире Виталий Сергеев.

Олег Леонтьев.

Автор фотоһы.

Фәтих Кәрим онотолмай
Читайте нас: