Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар 2019, 15:07

“Ҡасҡалаҡ”тарға штраф артыуы ихтимал

Армия сафтарына саҡырылыусылар хәрби комиссариаттарға ваҡытында барырға “онотһа” йәки хәрби билеттарын юғалтыусылар табылһа, улар өсөн штрафтарҙың арттырылыуы ихтимал.

Был хаҡта “Известия” гәзитендә мәғлүмәт бар. Йәһүд автономиялы өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы тарафынан Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән закон проектында ошо турала һүҙ бара. Штрафтарҙың 500 һумдан өс мең һумға тиклем арттырылыуы мөмкин. Әлегә уларҙың күләме 300 һумдан бер мең һумға тиклем билдәләнгән. Көҙгө саҡырылышта Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәр рәтенә 132,5 мең кеше алынған. Хәрби комиссариаттарға повестка буйынса килмәүселәр һаны үткән йылдағы менән сағыштырғанда кәмегән.

Автор: Динә Арыҫланов
Читайте нас: