Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2019, 10:50

Күмәк балалы ғаиләләргә ярҙам

Башҡортостанда 8 бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә.

Уҙған йылдың ноябрендә республика Дәүләт Йыйылышы «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы законға үҙгәрештәрҙе ҡабул итте. Бөгөн хөкүмәт президиумы ултырышында ошондай ғаиләләргә аҡса түләү тәртибе һәм уның суммаһы билдәләнгән ҡарар ҡабул ителде.

«Бер тапҡыр бирелә торған түләүгә йыллыҡ сығымдар, уны алыусыларҙың артыуы менән бәйле, 23,6 миллион һум тәшкил итә. Башҡортостанда һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 47 ғаилә иҫәпләнә», — тип асыҡлыҡ индерҙе ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников.

2015 йылдан бөгөнгә тиклем республикала туғыҙ һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән 28 ғаилә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алды. Ошо маҡсатҡа бюджеттан 17,7 миллион һум бүленде
Читайте нас в